Ислам динендәгеләрҙең күпселеге Рамаҙан айын көтөп, әҙерләнеп ҡаршы алған һәм изге ғәмәлде атҡара — ураҙа тота.
“Мөбәрәк айҙың тәүге ун көнө — рәхмәт, урталағы унауһы — мәғрифәт йәки йәһәннәм утынан ҡотолоуға сәбәп булған көндәр”, — тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был айҙа мосолмандарға: “Бер кеше урынһыҙға һуҡһа йәки башҡа төрлө хөсөтлөк ҡылһа ла, уның менән асыуланышма, ә “мин — ураҙала, мин — ураҙала”, — тип ҡушыла.
Ислам ҡанундарын үтәүселәр әйтеүенсә, Рамаҙан айы – изге ғәмәлдәр генә ҡыла торған ваҡыт. Динебеҙ был осорҙа боҙоҡ эштәрҙән, хәрәм аҙыҡтан тыйылырға өндәй.
— Шөкөр, мөхтәрәм мосолман ҡәрҙәштәребеҙ араһында ихтыяр күрһәтеп, аныҡ ниәт менән ураҙа тотоусылар арта. Мәсеткә килеүселәр күп, хатта халыҡ йома көндәрендә иман йортона һыймай ҙа. Рамаҙан айында мосолмандарыбыҙ йылдың башҡа ваҡытына ҡарағанда игелектәрҙе күберәк ҡылырға тырыша, яҡындарын иҫкә ала, ил-еребеҙгә бәрәкәт теләй, — тип ҡаршыланы беҙҙе Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге “Хәмзә” мәсетендә Афзал хәҙрәт.
Әйткәндәре раҫ: тәүәрих намаҙына һуңламау өсөн йүгерә-атлай байтаҡ мосолман йыйылды. Өлкәнерәктәр менән бергә йәштәр ҙә йәһәт кенә намаҙға баҫты. Әйткәндәй, тәүәрихты мәсеттә йыйылып, йәмәғәтселек менән уҡыу сауаплыраҡ һанала. Мәсет ишеген бүтән сәбәп менән асып инеүселәр ҙә күп. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ата-әсәһенә, яҡындарына бағышлап аят уҡыта, хәйер-саҙаҡа бирә.
Афзал хәҙрәт әйтеүенсә, ошо мәртәбәле айҙа Ҡөрьән Кәримде бергәләшеп уҡыйҙар. Мәсеткә намаҙ һайын йыйылалар. Дин юлына баҫыусыларға дәрестәр биреү ҙә дауам итә. Ғаилә ҡороусы йәштәр ҙә хәҙер никахты ошонда уҡытыуҙы хуп күрә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: мосолмандар араһында, ураҙа тотҡан ҡәрҙәштәрен ихтирам итеп һәм уларға хөрмәт күрһәтеп, ауыҙ астырыуҙы ойоштороусылар артҡан. Тимәк, Рамаҙан айында игелек күргән малыңдың, сауҙа иткән әйбереңдең һәм табышыңдың ҡырҡтан бер өлөшөн фәҡирҙәргә, меҫкендәргә, етемдәргә биреүҙең фарыз булыуын аңлаусылар күбәйә. Ул сағында ҡылған эшең, йөрөгән юлдарың мөбәрәк булыр, ти ислам тәғлимәттәрен үтәүселәр. Шулай уҡ йәнең өҫтөнә ауыр йөк булып ятҡан гонаһтарҙан, тәмәке тартыуҙан, хәмер эсеүҙән бөтөнләй баш тартыу өсөн дә уңайлы ваҡыт икәнлеген еткерә улар.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА