Дөрөҫ юлдан барабыҙ03.08.2012
Дөрөҫ юлдан барабыҙРаил ӘСӘҘУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры:
— Үткән уҡыу йылында республика мәғарифында бик күп яңы йүнәлешкә нигеҙ һалынды. Мәҫәлән, һөнәри белем биреү тармағын үҫтереү ысулдары билдәләнде. Кластерҙар булдырыу хаҡында айырым әйтеп үтергә мөмкин. Был алым мәғариф һәм сәнәғәт өлкәләрен берләштереү, уларға бер йүнәлештә, уртаҡ, аныҡ маҡсатта эшләү мөмкинлеген бирҙе. Тимәк, республика иҡтисадын яңыса үҫтереүгә юл һалынды.
Ике кимәлле белем биреү системаһына — бакалавр һәм магистрҙар әҙерләүгә — күсеүебеҙ ҙә етештереү тармағын үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаясаҡ, тип иҫәпләйем. Был алым дәүләттең төплө белгестәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүҙә етди аҙым булды.
Ғөмүмән, беҙ юғары уҡыу йорттары, ғилми-тикшеренеү учреждениелары, етештереү предприятиеларының үҙ көсөн, мөмкинлектәрен берләштерергә тейешлегенә инандыҡ. Был фәндә, мәғарифта яңы асыштар яһауға, ил, донъя иҡтисадына дөрөҫ йүнәлеш биреүгә ныҡлы нигеҙ буласаҡ.
Республика етәкселеге тарафынан белем биреү өлкәһенә һәр яҡлап иғтибар артты. Мәғарифҡа ҡарата “ҡаҙнаға көсөргәнеш” түгел, ә “киләсәкте тәьмин итеүсе көс” тигән ҡараш нығынды. Яңы алымдар, һөҙөмтәлелеккә ынтылыш талап итеү үҙ емешен бирмәй ҡалмай.
Яңы уҡыу йылы алдынан белем биреү тармағында эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә уңыштар теләйем. Башланғыс бар, уны үҫтереү — уртаҡ бурысыбыҙ.
Д. ИШМОРАТОВА
яҙып алды.


Вернуться назад