Тамаҡ айырып, алға барырбыҙмы?03.08.2012
“Башҡортостан”да донъя күргән “Мәктәп балаһын ашатырлыҡ ил ҡайҙа?” (2011 йыл, 2 декабрь) һәм “Бала күңеле — быяла” (2012 йыл, 9 июнь) исемле йән әсеткес мәҡәләләр ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр итте.

Барыбыҙ өсөн дә иң ҡәҙерлеһе — бала. Ә ниңә уларҙы сортҡа айырырға? Ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенә ҡарамай, барлыҡ уҡыусыны ла тиң күреп, бер тигеҙ ашатһындар ине! Ишле балалы йортта етеш тормош көтөү мөмкинлеге булған кеүек, бер-ике бала ҡараусыларҙың да ауыр көн итеүе ихтимал бит. 1 һум 73 тингә бер стакан тәмле һыу ҙа килмәй, сәйгә һалырға өйҙән шәкәр килтерәләр. Туҡланыу кимәле шундай булғанлыҡтан, 100 баланың 80-е — ауырыу. Был турала матбуғатта баҫылып торһа ла, ата-әсәнән, яуаплы кешеләрҙән бер ни ишетмәҫһең — стенаға борсаҡ бәргән һымаҡ! Балаларҙың яҙмышы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмаймы ни? Бәлки, уларҙың мәктәптәге көнитмеше хаҡында күптәр белмәйҙер ҙә, сөнки гәзит уҡыусылар кәмене. Мәҫәлән, “Башҡортостан”ды Өфөлә бик аҙ кеше алдыра. Баҫма киосктарға ла һанаулы ғына килтерелә, улары ла күренер-күренмәҫ ята.
“Башҡортостан”дың быйылғы 9 июнь һанында донъя күргән “Туғы ла бар был илдең, асы ла бар...” һәм “Һаулығы өсөн һәр кем үҙе яуаплы” исемле мәҡәләләрҙе ентекләп уҡып сыҡтым. Бик дөрөҫ яҙылған. Ундағы фекерҙәргә өҫтәп, “уҡыусы балаларҙың яҙмышы өсөн бөтәбеҙ ҙә яуаплы” тиер инем. Күҙ буяуҙан арынайыҡ. Мәктәптә туҡланыу буйынса ғәҙелһеҙ ҡарар менән тиҫтә йылдар килешеп йәшәнек. Үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә күптән ваҡыттыр бит!
Миңнәхмәт ИШЕМҒОЛОВ.
Күгәрсен районы,
Бикес ауылы.


Вернуться назад