Йәнә дүрт ҡорбан03.08.2012
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала республикала тағы ла дүрт кеше талпан энцефалиты менән сирләгән. Йыл башынан алып төбәктә ошондай 24 осраҡ теркәлгән.

Бөтәһе 16,5 мең кеше, талпан ҡаҙалды тип, дауалау-профилактика учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 24,5 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 63,7 процентына тейешле дауалау саралары күрһәтелгән.
Һуңғы дүрт айҙа республика эпидемиологтары 7055 талпанды тикшергән, шуның 538-е хәүефле сир йөрөтөүсе тип табылған.
Ғ. ХӘБИРОВ.


Вернуться назад