Рөхсәтһеҙ сүплектәр арта03.08.2012
Быйыл ете ай эсендә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары 584 законһыҙ сүплекте асыҡлаған. Уларҙағы ҡалдыҡтарҙың дөйөм күләме 42 мең кубометрға етә.

— Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға 1,5 миллион һумлыҡ 382 штраф һалынған. Бынан тыш, дәүләт экологик күҙәтеүе инспекторҙарының күрһәтмәләренә ярашлы 98 сүплек ябылған, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Нина Никандрова.
Уның билдәләүенсә, сүп өйөмдәре, нигеҙҙә, баҡсасылыҡ ширҡәте һәм кооперативтары, йылға-күл буйҙарында, шулай уҡ урман һыҙаттарында барлыҡҡа килә. 1 июндән 27 июлгә тиклем экологтар тарафынан тейешле сара күреү өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына 46 материал ебәрелгән.
Әйткәндәй, етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын йыйғанда, туплағанда, файҙаланғанда, зарарһыҙландырғанда, ташығанда һәм урынлаштырғанда экология һәм санитария-эпидемиология талаптарын боҙған өсөн административ штраф һалыу ҡарала. Түләтеү күләме граждандарҙан 1 меңдән 2 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләрҙән — 10 — 30 мең һум, юридик шәхес булмаған эшҡыуарҙарҙан 30 — 50 мең һум тәшкил итә. Юридик шәхестәргә иһә ҡануниәтте боҙған өсөн 100 — 250 мең һум штраф түләргә тура киләсәк. Шулай уҡ 90 тәүлеккә тиклем эшмәкәрлекте туҡтатып тороу рәүешендә яза биреү ҡарала.
Л. ФӘРИТОВА.


Вернуться назад