Беҙҙең инспекция — илдә иң яҡшыларҙан03.08.2012
Республикабыҙҙың Дәүләт торлаҡ инспекцияһы Рәсәйҙәге иң яҡшы дүртәү иҫәбенә инде.
Был тикшерелгән торлаҡ йорттар майҙанын, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе һәм уларҙы билдәләнгән ваҡыт эсендә төҙәтеүҙе, һалынған һәм түләтелгән штраф күләмен, шулай уҡ ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса мөрәжәғәттәрҙе ҡарауҙы иҫәпкә алып билдәләнде.

Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостандың дәүләт торлаҡ инспекцияһы тикшергән торлаҡтың дөйөм майҙаны 51,6 миллион квадрат метр (республикалағы йорттарҙың 58 процентын) тәшкил иткән. Ошондай эш һөҙөмтәһендә торлаҡ фондын техник файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 26725 осрағы асыҡланған һәм 5056 күрһәтмә бирелгән. 10 миллион һумдан ашыу административ штраф һалыу тураһында 651 ҡарар сығарылған. Граждандарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү хаҡы ҡайтанан иҫәпләнгән һәм 13,85 миллион һумлыҡ аҡса кире ҡайтарылған. Идарасы ойошмалар ошондай күрһәтмәләр нигеҙендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе төҙәтеү йәһәтенән 61,1 миллион һумлыҡ эш башҡарған.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад