Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте03.08.2012
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Өфө ҡалаһының 47-се поликлиникаһы табип-педиатры Баһауетдинова Эльмира Шамил ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы”, Өфө ҡалаһының 3-сө ҡала клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Дәүләтова Әлфиә Мазһар ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, Сибай ҡалаһындағы “Строймеханизация” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Бирюков Николай Ивановичҡа, Өфө ҡалаһындағы “АРТстрой” генподряд төҙөлөш идаралығы генераль директоры Мулашев Әмир Мөнир улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.


Вернуться назад