Өфөлә — фестиваль03.08.2012
Өфөлә — фестивальБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 сентябрҙә Өфөлә “Һөт иле-2012” Бөтә Рәсәй фестивален үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Байрамдың төп маҡсаты — сәләмәт туҡланыуҙы пропагандалау, һөт ризыҡтарын ҡулланыу мәҙәниәтен тергеҙеү һәм баҙарҙы урындағы етештереүселәрҙең сифатлы һөт продукцияһы менән байытыу.
Фестивалде Һөт етештереүселәрҙең милли союзы, шулай уҡ “Башҡортостандың һөтсөлөк союзы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, һөтсөлөк тармағы предприятиелары уҙғара. Сараға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса эште көйләү бурысы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтелде.
Форумға Башҡортостандағы, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге һөт һәм һөт ризыҡтары етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе, шулай уҡ сауҙа ойошмаларын йәлеп итеү күҙаллана.
Р. ЗАМАНОВ.


Вернуться назад