Күҙ асып йомған ара ғына03.08.2012
Эй, был һуғыш!.. Кемдең генә яҙмышын селпәрәмә килтермәне лә, кемдең генә електәрен һурманы! Илебеҙ күгендә ҡара болоттар ҡуйырғас, бала-сағаға ла, өлкәндәргә лә тыныс тормош бөттө. Ир-егет күҙ күрмәгән яҡтарға — фронт һыҙығына йүнәлде.

Әбделкәримдең 17 йәшлек егете Фоат Хәйруллин 1944 йылдың февралендә армия сафына алына. Өфө ҡалаһы янында дүрт ай хәрби әҙерлек үткәс, фронтҡа китә. Механик-водитель сифатында Кутузов, Суворов, Хмельницкий орденлы Көнбайыш Украина фронтының 222-се айырым танк полкында хеҙмәт итә. Был ваҡытта Польша, Германия ерендә ҡаты һуғыштар бара.
— Берлинға 70 километр самаһы ҡалғас беҙҙең танктар Чехословакияға йүнәлеш алды, — тип һөйләй Фоат Латип улы. — Бер аҙҙан Брно ҡалаһына килеп индек. Урамдар гөрләп тора, халыҡтың күңеле күтәренке. Сәскәләр тотоп ҡаршы алыуҙары һәммәбеҙҙең күңелен әсир итте. Бреслав ҡалаһын алыу хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Һалдат һәм офицерҙар һуңғы һулышына тиклем батырҙарса көрәште. Ошо ҡәлғәне алыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә Сталиндың Рәхмәт хаты тапшырылды. Мин “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Ватан һуғышы ордены, “Германияны еңгән өсөн”, Жуков миҙалдары менән бүләкләндем.
Яугирҙәргә һуғыш тамамланғас та тыуған яғына юлланырға тура килмәй әле. Йәнә ете йыл хеҙмәт иткәндән һуң ғына Йәрмәкәйгә ҡайтып төшә ул. Бәләбәйҙә тракторсылар курсында уҡый.
Фоаттың тормош юлында Гөлсимә исемле һылыу, тыйнаҡ ҡыҙ осрай. Уның район үҙәгендә страховка системаһында бухгалтер булып эшләп йөрөгән сағы. Һуңынан ул колхозда сөгөлдөр үҫтерә, гектарынан 240 центнер уңыш алыуға өлгәшә. Заманында кәлйемәһен, алабутаһын, балтырғанын ашап, нужа күреп үҫкән Гөлсимә апай ҡарлы-ямғырлы һауа шарттарында сөгөлдөр ҡаҙыуҙың ҡыйынлығына аптырамай. Ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләгәс, байтаҡ шәкәр ҡомо биргәс, колхозсы ни эшләһен, ҡыуана инде. Район етәкселеге тарафынан бирелгән рәхмәт хаты ла ауыр мәлдәрҙә күңелде йылытып ҡуя.
Фоат ағай иһә утыҙ йылдан ашыу йәйле-көҙлө баҫыу карабында яландарҙы иңләп, иген ура. Ә ҡышын колхоз оҫтаханаһында техника ремонтлау менән мәшғүл була. Бөтә Союз халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалы менән бүләкләнеүе, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән исемгә, күп тапҡыр маҡтау грамотаһына лайыҡ булыуы Фоат ағайҙың эшһөйәрлеге хаҡында һөйләй.
Эйе, Хәйруллиндар шанлы йылдарҙа татыу, матур тормош юлы үтте. Роза, Рушан, Нәфисә һәм Миләүшәне бына тигән итеп тәрбиәләнеләр.
75 йәшкә тиклем һыйыр аҫраған, умарта тотҡан Әбделкәрим уңғандары бөгөн дә мул тормошта, ҡала шарттарында йәшәй. Йортта — эсәр һыу, “зәңгәр яғыулыҡ”. Ишек алды тулы — ҡош-ҡорт.
— Баҫҡыстан төшә алмай башлағас, мал аҫрауҙан туҡтайһың инде ул, — ти Гөлсимә апай. — Ҡартлыҡҡа үҙең аяҡ баҫмайынса, уны аңлап булмай, көс-ғәйрәт кәмей, яғыулығы бөткән кәрәсин лампаһы кеүек һүнәһең икән.
Баҡһаң, Хәйруллиндарҙың бергә тормош көтә башлағанына быйыл 60 йыл тула икән. Лайыҡлы ғүмер юлы үткән күркәм, яғымлы, ҡунаҡсыл парҙы үҙенсәлекле байрамдары менән ихлас ҡотлағы килә. Киләсәктә етәкләшеп барыр юлдарығыҙ һәр саҡ яҡты булһын, Фоат ағай һәм Гөлсимә апай!
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.


Вернуться назад