Урман яна...01.08.2012
Быйыл Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә янғындар ҙа ғәҙәттәгегә ҡарағанда иртәрәк башланды. Саманан тыш эҫелекте иҫәпкә алғанда, әлбиттә, бындай хәлде көтөргә була ине. 2010 йылғы тәбиғәт янғындарын, ут эсендә ҡалған ауылдарҙы барыбыҙ ҙа хәтерләйҙер. Әммә бөгөн дә хәл ябайҙан түгел. Ил хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведевтың селектор кәңәшмәһендә билдәләүенсә, быйыл үткән йылға ҡарағанда 20 проценттан күберәк майҙан янғын аҫтында.

Айырыуса Ҡалмыҡстанда, Әстрхан һәм Ростов өлкәләрендә, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында хәл үтә хәүефле ҡала. Башҡортостанда ла янғындар артыу ҡурҡынысы бар. Республикала июль уртаһында ут сығыу осрағы күп теркәлгәйне. Йылайыр, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура райондарында урман янды, “ҡыҙыл әтәс”тән йәмғеһе 767 гектар майҙан зыян күрҙе.
— Әммә янғын һүндереүсе мобиль төркөмдәрҙең йылдам эш итеүе һөҙөмтәһендә ут нөктәләрен бер-ике көн эсендә һүндерергә өлгәшеп, уның таралыуына юл ҡуйманыҡ, – ти Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урманды һаҡлау бүлеге етәксеһе Рафаэль Нәүширванов. – Хәҙерге көндә борсоулы хәбәр юҡ.
Күп янғындарҙың барлыҡҡа килеүенә кеше ғәйепле. Былтыр халыҡтың тәбиғәт ҡосағында ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуы арҡаһында республикала 30 янғын сыҡҡан. Ләкин кешеләргә бәйле булмаған сәбәптәр ҙә бар.
Министрлыҡ вәкиле хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта республикабыҙ урмандары һауанан да, ерҙән дә күҙәтеү аҫтына алынған. Был эшкә тәүлегенә меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителә. Күҙәтеү мотлаҡ кәрәк, шулай уҡ халыҡ яғынан да планетабыҙҙың “йәшел ҡалҡаны”на ҡарата һаҡсыллыҡ, яҡлау талап ителә. Тәбиғәт ҡосағында ғына түгел, һәр ерҙә ут менән һаҡ булайыҡ, хөрмәтле туғандар. Юғиһә, бәлә-ҡазаға тарыясаҡбыҙ.
Ф. ҠЫЛЫСБАЕВ.


Вернуться назад