Рәсәйҙә законһыҙ домендар һәм сайттарҙың берҙәм реестрын төҙөү тураһындағы закон көсөнә инде.
Дәүләт Думаһы депутаттары “Балаларҙы сәләмәтлеккә һәм үҫешкә зыян килтергән мәғлүмәттәрҙән һаҡлау тураһында”ғы Федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 139-сы Федераль законды беренсе уҡыуҙа хупланы. Күптән түгел проект икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа ҡаралды.
Быйыл ноябрҙә асыласаҡ Берҙәм реестр балалар өсөн хәүефле мәғлүмәттәр бирелгән сайттар, биттәр һәм селтәр адрестары исемлеген төҙөүҙе күҙ уңында тота. Тәү сиратта балалар порнографияһы, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу һәм наркотиктар әҙерләү алымдары тураһындағы инструкциялар хаҡында һүҙ бара. Интернетта шулай уҡ һуғышты йәки милләт-ара дошманлыҡты пропагандалаған мәғлүмәттәр ҙә күҙәтеләсәк. Интернет-ресурсты “ҡара исемлек”кә индергән өсөн судҡа ялыу бирергә мөмкин.
Закон положениеларына ярашлы, фильмды йәки тапшырыуҙы балаларға күрһәтеүҙең тыйылыуы тапшырыуҙың башында, шулай уҡ реклама ваҡытында иҫкәртеләсәк. Бынан тыш, документ йәш категориялары буйынса билдә ҡуйыуҙы ғәмәлгә индерә.
Тыйылған мәғлүмәттәр бирелгән ресурстарға судҡа тиклем үк кәртә ҡуйыла.
Ғ. ХӘБИРОВ.