Ауыҙ асып һүҙ әйталмай
Аҙмы йәшәнең, илем.
Шып-шым ғына йөрөй торғас,
Юғала яҙҙы телең.
Рәмил Ҡол-Дәүләт.
Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның “Күләүектә Йыһан сағыла” (“Башҡортостан” гәзите, 2012 йыл, 5 июль) тигән мәҡәләһен уҡығас, тәрән уй-хискә бирелдем. “Милләтебеҙҙең киләсәген фекерләү сараһынан — туған телдән мәхрүм итмәйек, тип оран һалғы килә”, — ти автор. Башҡортмон тигән һәр кем күңелендә шундай уй-теләк йөрөтәлер.
Балаларға оҙаҡ йылдар әсә телен уҡытып, өйрәтеп, күпме бәхет-шатлыҡ кисергәнемде үҙем генә беләм.
...Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы асылған йылдар. Кәтибә апай Кинйәбулатованың 50 йәшлек юбилейы уңайынан балаларҙы сығыш яһарға әҙерләргә ҡуштылар. Байрамға ҙур тулҡынланыу менән килдек. Ул Актер йортонда үткәйне. Сәскә бәйләмдәре тотҡан уҡыусыларым Кәтибә апайҙың балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын вата-емерә булһа ла ятлап сығыш яһаны. Ҡалала башҡорттарҙың барлығын иҫбатлаған бер дәлил булды ул. Уҡыусыларым әле булһа ошо сығышын хәтерләй, үҙҙәре һөйләгән өҙөктәрҙе ҡабатлап күрһәтә. Әммә хәҙер инде вата-емерә түгел, ә ысын туған телендә.
Балаларҙы тәү сиратта мөхит тәрбиәләй. Ул йылдарҙа мәктәптә аралашыу ҙур ауырлыҡ тыуҙыра ине. Уҡытыу-тәрбиә эштәре башҡортса-урыҫса алып барылды. Һәр педагог үҙ фәнен хәленән килгәнсә туған телдә төшөндөрөргә тырышты: ике телдә фекерләргә, анализларға өйрәтелде. Ошо алым күпме балаға үҙ асылына ҡайтырға ярҙам итте! Башҡорт мәктәбен тамамлағандарҙың Өфөнөң генә түгел, Мәскәү, Ленинград юғары уҡыу йорттарында белем алып, ҙур шәхестәр булып китеүе — быға аныҡ дәлил.
Туған телле ғалимдар, ғилми хеҙмәткәрҙәр әҙерләү өсөн әсә телендә уҡытыу зарурлығын К. Ушинский, М. Өмөтбаев, З. Вәлиди, М. Ҡулаев һәм башҡалар аңлатырға тырышҡан, был эш, ҡыйынлыҡ менән булһа ла, әле лә дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман, шағир Рәмил Ҡол-Дәүләт әйтмешләй, “мыжыҡ ҡәйнәһенә хеҙмәт итеүсе килен” һымаҡбыҙ. Ниңә һуң Рафаэль Аҙнағолов, Мәрйәм Бураҡаева, Гүзәл Ситдиҡова, Йыһат Солтанов кеүек зыялыларыбыҙҙың әйткәндәренә ҡолаҡ һалмайбыҙ? Халҡы, теле өсөн янып йәшәүсе милләттәштәребеҙ, юл ярыусыларыбыҙҙың һүҙен күтәреп алмайбыҙ?
Мәрйәм һылыуҙың был мәҡәләһен һәр мәктәп етәксеһе, уҡытыусы, ата-әсә уҡып сыҡһын, уйланһын ине тигән теләктәмен.
Гөлкәй АЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.