Үҙебеҙҙекен хуп күрәләр01.08.2012
Тирә-яғында малсылыҡ үҫешкән райондар йәйрәп ятһа ла, быйылғаса Сибайҙың сауҙа нөктәләрендә урында етештерелгән һөт ризыҡтары күҙгә салынманы. Хәйер, сибайҙар Белорет, Магнитогорск, Орск ҡалаларының, Хәйбулла, Йылайыр һәм Дәүләкән райондарының һөт-ҡатығына өйрәнеп тә бөткәйне, буғай. Шуғалыр ҙа сауҙа кәштәләрендә яңы тауарҙың — Сибайҙа етештерелгән һөт ризыҡтарының пәйҙә булыуына башта аптырап ҡалдыҡ.

Ысынлап та, быйыл Лариса Грибко етәкселегендәге “Сибай һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшен башланы.
— Беҙ 2,5 һәм 3,5 ҡуйылығында һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек кеүек алты төр продукция етештереүҙе яйға һалдыҡ, — ти Лариса Григорьевна. — Киләсәктә ҡаты сыр етештереү ҙә күҙаллана. Әле ҡаланың “Яҙ”, “Йәйғор”, “Атайсал” магазиндарында, шулай уҡ “Һаҡмар” һәм “Урал аръяғы” сауҙа нөктәләрендә сифатлы, арзан ризыҡ һатып алырға була.
Һөт ризыҡтары шулай уҡ Баймаҡ, күрше Магнитогорск, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ҡалаларына оҙатыла. Завод Силәбе өлкәһенең Бредин районынан килтерелгән сеймал менән тәьмин ителә. Предприятиеның мөмкинлектәре бының менән генә сикләнмәй. Киләсәктә ҡалаға яҡын ауылдарҙан һөт йыйыу мәсьәләһе ентекле өйрәнелә. Завод етәкселеге балаларҙың яратҡан ризығы — йогурт етештереүҙе яйға һалыуҙы күҙаллай. 25 кешене эш менән тәьмин иткән ойошманың киләсәге ышаныслы булыр, тигән теләктә сибайҙар. Иң мөһиме: сифатлы һәм таҙа һөт ризыҡтары уларҙың күңеленә хуш килде. Шуға күрә “Үҙебеҙҙекенән етеш! Үҙебеҙҙекен ал!” тигән саҡырыуҙы үҙ итәбеҙ.
Кәримә УСМАНОВА.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад