ФЕКЕРЛЕ, ФӘҺЕМЛЕ, ФАЙҘАЛЫ01.08.2012
Рөстәм ХӘМИТОВ,
Башҡортостан Республикаһы Президенты:
“Эшмәкәрлегебеҙҙең философияһы — кешеләргә үҙҙәрен ҙур процестарҙа ҡатнашыусы итеп тойорға, сәфәр сығыу өсөн аҡсалары булмағанда ла төрлө илдәрҙә һәм ҡалаларҙа ял итеү мөмкинлеге бирергә. Икенсе аҙым балалар туризмын үҫтереү буласаҡ”.
Дәүләт ярҙамындағы ял
6 меңдән ашыу
— быйыл төбәгебеҙҙең ошо сама пенсионеры һәм инвалиды дәүләт иҫәбенә ял итәсәк.
70 миллион һум
— был маҡсатҡа ҡаҙнанан шул ҡәҙәр аҡса бүленгән.
55 һәм 60
— республикабыҙҙа йәшәгән һәм хеҙмәт пенсияһы алған ошо йәштәге граждандар социаль программала ҡатнаша ала.
Льготалы шарттарҙа туристик путевкаларға ғариза Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының төбәк органдарында 16 июлдән ҡабул ителә.
Хаҡлы ялдағыларға путевканы йәшәгән урыны буйынса министрлыҡтың бүлексәләрендә алырға мөмкин.
Донор ҡаны тапшырам, тиһәң...
40—60
— дауаханаларҙа донор ҡанына һәм уның компоненттарына ҡытлыҡ тыумаһын өсөн һәр мең кешенең ошо самаһының донор булыуы кәрәк.
11,8
— Рәсәйҙә 1 мең кешегә ошо тиклем донор тура килә.
19
— Башҡортостанда һәр мең кешенең ошо саҡлыһы — донор.
6541,8 литр
— быйылғы ярты йылда дауалау учреждениеларына ошо күләмдә донор ҡаны әҙерләп бирелгән.
Республика ҡан биреү станцияһының адресы: 450106, Өфө ҡалаһы,
Батыр урамы, 41/1.
“Профессиональ ауырыуҙар институты” йәки “4-се бала табыу йорто” туҡталышы. Тел.:(347) 255-53-57. е-mаil:rsk@wfаnet.ru
Донорҙар көн һайын (ялдарҙан башҡа) 8-ҙән алып 13 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Субсидиянан файҙалан
71,3 мең
— республикала ошо тиклем ғаилә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә субсидиянан файҙалана.
1 мең 238 һум
— быйыл айына бер ғаиләгә бирелгән уртаса субсидия күләме.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Йәшәгән урын буйынса субсидия хеҙмәтенә йәки Республика субсидия үҙәгенә.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Комсомол урамы, 23/1, тел.: 233-92-15; 223-52-29. Сайт: www. Subsirb.ru
Субсидия ярты йыл буйы ай һайын түләнә. Артабан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тотонолған сығымдарҙы документтар менән раҫлап тороу мотлаҡ.
М. ҒАБДРАХМАНОВА әҙерләне.