Сабыйҙар арта
Быйылғы йылдың туғыҙ айында республика халҡы 307 кешегә артҡан.
Йыл башынан 41 708 бала тыуған. Яңы тыуған сабыйҙар һаны вафат булыусыларҙан 0,7 процентҡа күберәк.
Иҡтисадҡа – файҙа, тәбиғәткә – зыян
Прокуратура Бәләбәй ҡалаһындағы "Автонормаль" предприятиеһында экология ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын теркәгән.
Заводҡа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртырға тура киләсәк: предприятиеның ҡалдыҡ һыуҙары Өҫән йылғаһын бысратыуы асыҡланған.
Алырҙан алда түләреңде уйла...
Күмертау ҡала дауаханаһының баш табибы суд тарафынан "вазифаһынан файҙаланып мутлыҡ ҡылыуҙа" ғәйепле тип табылған.
2010 йылдың ғинуарынан майға тиклем 44 йәшлек етәксе, документта рәсми теркәлгәнсә, бер үк ваҡытта табип-травматолог булып та эшләргә тейеш булған. Ғәмәлдә ул был вазифаһын үтәмәгән, әммә эш хаҡын даими ала барған. Бер ни-сә ай эсендә табип законһыҙ юл менән өҫтәмә рәүештә 17 мең һум аҡса эшләгән. Суд ҡарары буйынса ул ҡылған енәйәте өсөн ҡаҙнаға 150 мең һум штраф түләргә тейеш.
Яңы йүнәлештәр көтә
Ҡышҡы миҙгелдә Өфөнөң авиаташыуҙар баҙарында яңы авиакомпания барлыҡҡа килде. "РусЛайн"дың донъяның һигеҙ иленә 40 йүнәлеш буйынса даими һәм чартер рейстар менән пассажирҙар ташыуы билдәле.
"Өфө" халыҡ-ара аэропорты аша авиакомпания транзит рейстар яһаясаҡ, ике маршрутты – "Краснодар – Өфө – Нижневартовск" һәм "Сорғот – Өфө – Краснодар" йүнәлештәрен хеҙмәтләндерәсәк.
Ҡиммәтле ташты сит илгә сығарғандар
Республикала ҡиммәтле таштар контрабандаһы менән шөғөлләнеүсе төркөм ҡулға алынған.
Енәйәтселәр файҙалы ҡаҙылмаларҙы йәшерен рәүештә Израилгә сығарған. Уларҙан 3 миллион һумға торошло 125 зөбәржәт тартып алынған.
Хәрбиҙәрҙең кейеме үҙгәрә
Рәсәйҙең Оборона министрлығында хәрбиҙәрҙе кейем-һалым менән тәьмин итеү ҡағиҙәләрен үҙгәртергә ниәтләйҙәр.
Әле хәрбиҙәр форманы бушлай ала. Үҙгәрештәр ҡабул ителә ҡалһа, уларға өҫтәмә рәүештә аҡса бүленәсәк, хәрбиҙәр иһә кейемде үҙҙәре теләгән ательела тектерә аласаҡ. Был көндәлек һәм парад формаһына ҡағыла, ә ялан шарттарында ҡулланылған кейем әлегеләй бушлай биреләсәк.
Бөгөн Рәсәйҙә лейтенанттың уртаса эш хаҡы 19 мең һум самаһы тәшкил итә. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған яңы закон буйынса, 2012 йылдың 1 ғинуарынан хәрбиҙәрҙең эш хаҡы арттырыласак. Миҫал өсөн, шул уҡ лейтенанттың эш хаҡы 50 мең һумға етәсәк. Кейем өсөн 10 мең һум өҫтәмә биреләсәк.
Брейвик үҙ язаһын аласаҡ
Норвегияның Осло ҡалаһының округ судында Андрес Брейвик эше буйынса беренсе асыҡ ултырыш булды.
22 июлдә Ослола һәм Утейя утрауында теракттар ойошторған енәйәтсегә 2012 йылдың апрелендә хөкөм сығарасаҡтар. Судья фекеренсә, террорсының психик һаулығы ҡаҡшамаған, енәйәттәрҙе башҡарғанда уға бер кем дә ярҙам итмәгән. Ослолағы шартлау ваҡытында һигеҙ кешенең һәләк булыуы, утрауҙағы йәштәр лагерында енәйәтсенең 69 кешене атып үлтереүе билдәле. Брейвик үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Г. БАЛТАБАЕВА, Л. НУРЕТДИНОВА әҙерләне. “Башинформ” агентлығы һәм үҙәк матбуғат мәғлүмәттәре файҙаланылды.