Ҡотлайбыҙ!01.08.2012
Ҡотлайбыҙ!Йәйҙең иң йәмле, арыш башаҡтары тулышып ергә башын эйгән мәлдә Йылайыр районының (элекке Матрай) Юлдыбай ауылында донъяға ауаз һалған Кинйәғәле Амантаев.
Бөгөн “Башҡортостан” гәзитенең ветераны Кинйәғәле Яҡуп улы мәртәбәле юбилейын билдәләй — 80 йәш тула.
Оҙаҡ йылдар баҫмабыҙҙа эшләп, һәр һандың ваҡытында гәзит уҡыусы ҡулына барып етеүенә, биҙәлешенең зауыҡлы булыуына тос өлөш индергән хеҙмәттәшебеҙ ул. Оло яуаплылыҡ тойоуы, йөкмәтелгән бурысын намыҫлы атҡарыуы, теүәллеге кеүек матур сифаттары менән абруй ҡаҙанды, йәштәргә өлгө була белде.
Бөгөн, юбилейы көнөндә, хеҙмәттәшебеҙгә, милләтебеҙҙең аҡһаҡалына ныҡлы һаулыҡ, имен тормош һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ!
“БАШҠОРТОСТАН”дар.


Вернуться назад