Аҙналыла сағыла ауылдар яҙмышы, йәки Хәлең нисек, Ҡурған аҫабаһы?01.08.2012
Аҙналыла сағыла ауылдар яҙмышы, йәки Хәлең нисек, Ҡурған аҫабаһы?Журналист һуҡмағы ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та бит ул. Донъя ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа, тигәндәй, күпмелер ваҡыттан һуң бер йөрөгән ерҙәрҙе тағы үтергә, әллә нисәмә йыл элек осратҡан кешеләр менән күрешергә тура килә. Тик был юлы хәтереңә уйылған хәтирәләрҙе яңыртып, әле күреп йөрөгәндәре араһындағы айырмалыҡтарҙы эҙләйһең. Үҙгәрештәр яҡшы яҡҡа булһа — һөйөнәһең, ә инде кирегә китһә...
Ҡурған яғында тәү тапҡыр 1995 йылда булғайным. Ул саҡта Сафакүл районында йәшәгән халыҡ колхоз-совхоз тәртәһенә егелеп, ал-ял белмәй, хужалыҡтарҙың меңәр-меңәр баш һыйыр малын, һарыҡ-ҡуйын, йылҡыһын, ҡош-ҡортон ҡарай, күлдәр араһында бормаланып-бормаланып ятҡан баҫыуҙарҙа иген игә ине. Заманында (заман — ниндәй алыҫ һымаҡ) бер нисә йыл эш хаҡы күрмәһәләр ҙә, уңған милләттәштәр йорттар күтәрә, үҙгәртеп ҡороуҙарҙың сатҡылай ғына яҡтылығына ҡыуана, дәртләнеп яңы таңға баға торғайны.
Ете йыл үткәс — 2002 йылда — тағы барырға тура килде. Был юлы иһә төҙөлә башлаған ферма биналарының нигеҙ таштары туҙылып ята, ҡайһы тарафҡа ғына баҡма — ҡыйыҡһыҙ стеналар һерәйгән. Баҫыуҙарҙа ла иген аҙыраҡ тирбәлә, мал һаны ла кәмегәйне. Ауыл хужалығында төп эш урындары юҡҡа сыҡҡайны тиерлек. Иң аяныслыһы шул булды: йәштәр, ергә ерекмәйенсә, Ханты-Манси, Ямал-Ненец төбәгенә, Силәбе, Копейск ҡалаларына юллана...
Барлыҡ был ваҡиғаларҙан тиҫтә йыл үткәс, юл тағы Ҡурған тарафтарына алып китте. Ни көтөрөн самалап, күңел тырызын тик ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән тултырыу ине ниәт.

Аҙналыла сағыла ауылдар яҙмышы, йәки Хәлең нисек, Ҡурған аҫабаһы?Үткәнең — данлы, киләсәгең...

Аҙналы — боронғо башҡорт ауылы. Сафакүлдә ул иң ҙурҙарҙан һаналып, рухи усаҡты йәшәткәндәрҙән иҫәпләнә. Уның миҫалында барлыҡ ауылдарҙың яҙмышы сағыла төҫлө. Таныш урам, таныш өйҙәр. Тик улар, нисектер, төҫһөҙләнеп ҡалған һымаҡ. Ҡайһыларының тәҙрә ҡапҡастары ябылып, арҡыс-торҡос таҡта менән ҡаҙаҡлап ҡуйылған. Бәғзеләренең иһә бөтөнләй ишек-тәҙрәһе юҡ, йорт алдарын ҡый үләне баҫҡан, кәртә-ҡураһы емерелә башлаған. Күңелгә йылылыҡ бөркөп, аҙ ғына булһа ла ауылға йәшәү ғәләмәте өрөп, яңы өйҙәр ҙә күренә.
— Халыҡ ауылдан китә, — ти урындағы музейҙы ойоштороусы, хәҙер инде пенсионер Наил Ғилемйәнов. — Эш булмағас, йәштәр ҡалмай. Балалары барып урынлаша ла ата-әсәһен эргәһенә ала...
Аҙналыла бөтәһе 114 йорт иҫәпләнә. Иҫәпләнә генә, байтағында кеше йәшәмәй: йә емерелеү алдында, йә сираттағы хужаһын көтөп сереп ултыра. Халыҡ һанына килгәндә, 165 кеше теркәлгән, ләкин барыһы ла ауылда тормай. Йәйен ауыл урамы йәнләнеп ҡала — бала-саға күренә, ололар ҡапҡа төбөнә сығып ултыра. Көҙөн иһә күпселеге ҡалаға тартыла.
Иң ҡыҙғанысы шул — мәктәп ябылған. Һыныҡҡа һылтау табыла, тигәндәй, балалар юҡлыҡҡа һылтанып, илдә мәғарифҡа ҡарата алып барылған сәйәсәт һөҙөмтәһендә, уҡыусылар белем алырға элекке совхоз үҙәге Сибирянкаға йөрөй. Әле балалар баҡсаһында алты-ете сабый тәрбиәләнә. Ике ҡатлы мәктәп бинаһы буш тора. Кластар буйлап йөрөгәндә, йөрәк әрней. Элек Башҡортостандың күп ауылдары көнләшерлек яңы типтағы спорт залы, һәр фән буйынса айырым класы булған мәктәп эсендә ел уйнай. Туҙан баҫҡан иҙән, тәҙрә төптәре, мөйөштәрҙә өйөлгән китап, дәфтәрҙәр, аҡбур эҙҙәрен һаҡлаған таҡта, ҡыйшайған, емерек парталар — быларҙың барыһы ла йәнде өшөтә. Мәктәп бинаһын берәй нәмәгә файҙаланам тиһәң дә, ҡыш унда йылы булмаясаҡ, сөнки яғыулыҡ ҡаҙандарын, мөрйәһен, торбаларын һүтеп алып киткәндәр. Яйлап мәктәп бинаһы ла, ҡаршыла ғына торған ҙур клуб бинаһылай, емерелеүгә дусар ителәсәк. Әлегә бар нәмә шул килеш һаҡлана: кластар, оҫтаханала — ағас эшкәртеү, токарь станоктары, шкафтар, парталар...
Тағы бер нәмә йәнләндереп тора мәктәпте — тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Уны Наил Ғилемйәнов 1981 йылдың 8 майында аса. Тәүҙә балалар менән экспонаттар йыйыу өсөн күрше ауылдарға тиклем сығалар. Байтаҡ материал туплағас, “Хәрби һәм хеҙмәт даны мөйөшө” булдырыла. Ләкин тынғыһыҙ, ҡыҙыҡһыныусан кешегә быларҙың барыһы ла аҙ тойола.
— Иң тәүҙә Аҙналының үҙендә боронғо ҡомартҡыларҙы йыйып сыҡтыҡ. Ер йөҙөнән юғалған ауыл урындары буйлап та балалар менән велосипедтарҙа сәйәхәткә барғыланыҡ. Экспонаттар йыйыуҙан да бигерәк, сәйәхәттәрҙә малайҙар тыуған яғының тарихын өйрәнә, бөткән ауылдарҙың яҙмышы өсөн борсола, — тип һөйләй Наил ағай. — Ә бит ун-ун биш саҡрым ер әйләнәһендә генә лә 20-гә яҡын ауыл юҡҡа сыҡҡан! Аҙналыны ла ошо яҙмыш көтмәһен ине, тип борсолабыҙ...
Бөгөн музейҙа меңгә яҡын экспонат бар. Ниҙәр генә юҡ унда: боронғо аҡсаларҙан алып, эш, һунар ҡоралдарына тиклем. Милли кейемдәрҙе, таҫтамал, ашъяулыҡтарҙы әйтеп тораһы ла түгел — ошо яҡҡа ғына хас үҙенсәлекле орнаменттары күңелде арбап тора. Ғилемйәновтың эше бушҡа китмәй — 1989 йылда “мөйөш” ҙур, яҡты бүлмәгә күсерелә, “Этнография музейы” тигән таныҡлыҡ бирелә. Был — өлкәлә башҡорт көнкүрешен сағылдырған берҙән-бер музей. Экспонаттары Ҡурған ҡалаһының сәнғәт музейында үткән күргәҙмәгә, Башҡортостанда Ҡурған өлкәһе көндәре мәлдәрендә Өфөлә ҡуйылған.
Пенсия йәшенә етһә лә, Наил ағайҙы боронғо ҡомартҡылар йыйыуға ҡомар ташламаған әле. Киреһенсә, ата-баба тарихын йәш быуынға еткереү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.
— Йәлке, мәктәп емерелә башлаһа, музей ҙа юғаласаҡ, — ти ул, уфтанып. — Артабан алып барыр кеше ҡалманы бит. Район үҙәге Сафакүлгә биреүҙе һорайҙар, тик, унда бирһәң, музей Аҙналыныҡы булыуынан туҡтаясаҡ, башҡорт халҡының тарихын һөйләгән ҡомартҡылар дөйөм ҡаҙанға һалынасаҡ. Ҡулымдан килгәнсә, үҙебеҙҙә һаҡлаясаҡмын. Яңыраҡ экспонаттар йыйыу өсөн металл эҙләгес тә һатып алдым. Кем белә, шайтан ғына өмөтһөҙ бит, минән һуң ҡайһы бер йәштәр ҡыҙыҡһынып китер, музей үҙебеҙҙә ҡалыр...
Чиновниктарҙың кеше мәнфәғәте, туған тел, мәҙәниәткә ҡарағанда килем-сығымды өҫтөн күреүе үҙенекен иткән: балаларҙың аҙлығына һылтанып, ауыл ерендә мәктәптәр ябыла. Был башҡорт халҡының яҙмышында ауыр эҙ ҡалдыра. Ҡасандыр гөрләп торған Аҙналынан балалар Сибирянкаға, Баҡайҙан Надежнинкаға йөрөргә мәжбүр. Башҡа ауылдарҙа ла шул уҡ хәл. Элекке совхоз үҙәктәре мәктәптәрендә туған тел уҡытылмай тиерлек. “Бер сәғәтлек программа буйынса уҡытып, балаларҙы тик “папа”, “мама” урынына “инәй”, “атай” тиерлек кимәлдә генә өйрәтеп була”, — тигәйне Баҡай ауылында йәшәүсе, Надежнинкала белем биреүсе башҡорт теле уҡытыусыһы Йәлил Садиҡов. Туған тел уҡытыуҙың төп проблемалары — башҡорт тел дәрестәренең мотлаҡ уҡытылмауы, ябай предметҡа әйләндерелеүе. Ҡыҫҡаһы, туған тел яҙмышы — мәктәп директорының ҡулында. Ул программаға индерһә — уҡытыла, индермәй икән — юҡ. Икенсе төп мәсьәлә — кадрҙар етешмәүе. Мәҫәлән, Абултай, Сөләймән һымаҡ ауылдарҙа уҡытыусы юҡ, шул уҡ сәбәптәр менән Бикбирҙелә лә класты япҡандар.
Барлыҡ был әсенеүҙәр урындағы хәлде ҡара төҫкә мансып һүрәтләргә тырышҡандан түгел, ә районда йәшәгән милләттәштәрҙең бер өлөшөнөң (халыҡтың 43 процентын башҡорттар, 30,5 процентын татарҙар тәшкил итә) аяныслы хәлен башҡаса әйтеп, һөйләп булмағандан яҙыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт матурлығы менән кешеләрҙең көнкүреше тап килеп бөтмәй. Ниндәй генә ауылға бармайыҡ — Сафакүлдең Аҙналыһы, Баҡайы, Әлмәндең Тәңрекүле, Юламаны — бер үк мәсьәләләргә барып төртөләһең: ауылдан йәштәр китә, юл насар, һыу юҡ... Әйткәндәй, һуңғыһы парадокс һымаҡ килеп сыға. Әйтеүҙәренсә, районда эреле-ваҡлы 200-ҙән ашыу күл бар. Бер уйлаһаң, һыу мәсьәләһе булырға ла тейеш түгел. Ләкин күпселек ауылдарҙа күлдәгеһе бысраҡ, тоҙло. Шуға ҡоҙоҡ ҡаҙһалар ҙа, скважина быраулаһалар ҙа, эсәр һыуға мохтаждар күп. Ҡышын иһә был яҡтарҙа күлдән боҙ киҫеп ташыйҙар. Ат санаһы 250–300 һум тора. Боҙҙо килтереп, өйөп ҡуялар. Күпме кәрәк, шунса ватып ашҡа, сәйгә иретәләр. Әйтеүҙәренсә, боҙҙан иретелгән һыуҙан да таҙарағы юҡ икән. Ауыр, бысраҡ элементлыһы күл төбөнә китә, ә таҙаһы туңа.

Аҙналыла сағыла ауылдар яҙмышы, йәки Хәлең нисек, Ҡурған аҫабаһы?Өмөт ҡуҙы баҙлай әле

Ауылдарҙа йәштәр ҡалмай. Эйе, был дөйөм күренеш, ләкин төҫһөҙлөк билдәләре сағылдырған ташландыҡ өйҙәр эргәһендә йәшәү һулышы бөркөп торғандарҙың булыуы күңелдә өмөт уята. Аҙналыла ла бар ундай йорттар: төҙөк кәртә-ҡура, буялған тәҙрә ҡапҡастары, тәрбиәле баҡса, бала-сағаның ҡапҡа төбөндә уйнауы, ҡарт-ҡороноң эскәмйәләргә сығып ултырып гәпләшеүе, ҡайҙалыр трактор дырылдауы, кәртәгә ҡунған әтәс тауышы — быларҙың барыһы ауылдың йәшәүен, йәшәйәсәген аңлата. Шул саҡ: “Күҙгә бәрелгән, күңелде өйкәгән етешһеҙлектәр тик Ҡурған яғын Башҡортостан менән сағыштырғанда тыуған уйҙар ғыналыр, бәлки”, — тип ҡуяһың да, баҫа башлаған өмөтһөҙлөк йоҡоһонан арынырға теләп, башыңды һелкәһең, тирә-яҡҡа оптимистарса бағаһың. Ысынлап та, артыҡ ҡара төҫтәргә мансып ташланды түгелме?
Халыҡтың тыуған яғын, ата-баба нигеҙен ташлап китеүенең төп сәбәбе — эшһеҙлек. Сығып китеүселәр эш табырға, социаль мәсьәләләр яҡшыраҡ хәл ителгән төбәктә йәшәргә өмөтләнә. Ләкин бөгөн бер ҡайҙа ла икмәк-тоҙ менән ҡаршылап, һыуһаған сағыңда айран, ҡымыҙ һуҙып тормайҙар. Ошоно аңлағандар, ауылдарында ҡалып, үҙ эшен булдырырға тырыша. Юҡҡа ғына: “Башҡорт — тыуған ерендә, килмешәк — туйған ерендә”, — тимәгән халыҡ. Аҙналы ауылында был хәҡиҡәтте ҡанун итеп алғандар ҙа байтаҡ.
Лилиә менән Нафиҡ Арыҫлановтар быны яҡшы аңлай. Бер-береһен уҙышып үҫеп килгән дүрт улына ер, тыуған йорт ҡәҙерен аңлатып, эшкә өйрәтеп тәрбиәләйҙәр.
— Әсәлек капиталына өй һатып алдыҡ, ишшеү 100 меңе артып та ҡалды, — тип йылмая хужабикә. — Ҡалған аҡсаны ла төҙөлөшкә тотонмаҡсыбыҙ.
Малайҙар үҫә. Өлкән улы Ридаль быйыл Силәбегә уҡырға китмәксе. Рифан менән Рифат 6–7-се класҡа бара. Рауилгә әлегә биш кенә йәш. Ата-әсәһен ҡыуандырып, бөтәһе лә ҡул араһына инеп бара. Өлкәнерәктәре аталары эргәһенән китмәй, мал-тыуар улар “елкәһендә”. Мал-тыуар тигәндән, Арыҫлановтарҙың ҡураһында ике һыйыр, ике быҙау аҫрала, 50 баштан ашыу өйрәк-ҡаҙ, 100-ләп тауыҡ тоталар. Төпсөккә лә эш бар — ҡуян алып биргәндәр. Арыҫлановтарҙың бөтә ҡыуанысы — аттар.
— Бәләкәйҙән ат яратам, — ти Нафиҡ. — Әле лә аттан айырылған юҡ. Силәбе өлкәһенә ҡараған Боровой ауылы халҡының малын көтәм. Үҙем быға тиклем бер-ике баш тота инем. Тик бөгөн бит эш хаҡына ғына йәшәүе ауыр, шәхси хужалыҡты киңәйтергә булдыҡ.
Арыҫлановтар туған-тыумасаһы менән кәңәш-төңәш итеп, йылҡы малына иғтибарҙы арттырырға була. Был яҡтарҙа күлдәр араһында көтөүлектәр етерлек, бесәне күпереп үҫә. Һуңғы ике ай ямғыр күрмәһәләр ҙә, әлегәсә трактор менән бесән ташыйҙар. Шуға ат тотоуы артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай — апрелдән башлап ноябргә тиклем көтөүлектә, ҡыш тибенлектә йөрөтә алалар. Кәңәш бушҡа китмәй, Нафиҡтың Норильск ҡалаһында йәшәүсе ағаһы Әхтәм Иҙрисов туғандарына 200 мең һум аҡса биреп тора. Ошо аҡсаға Арыҫлановтар ҡолондар ала, йылҡы башын 15-кә еткерә. Бурыстарын һуңыраҡ, йылҡынан табыш алғас, үрсеткәс, ҡайтарасаҡтар.
— Бесәнде етерлек әҙерләйбеҙ. Ҡустылар, ағайҙар трактор менән ярҙам итә. Мин уларға солярка, май килтерәм, — ти хужа.
Аҙналы ауылында, Арыҫлановтарҙан тыш, Мусиндар, Сирғәлин, Ғилемйәновтар ҙа тырышып, бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәй. Күмәкләгән — яу ҡайтарған, тигәндәй, бөгөнгө ваҡытлы ауырлыҡтарҙы бергәләп кенә йырып сығып була.
Бына шулай, тәү ҡарашҡа күңелһеҙ ҙә, һуңынан инде өмөт сатҡылары йәшәткән дә уйҙар тыуҙы Аҙналыла. Шулай ҙа һуңғыһы күңелгә ышаныс өҫтәй. “Был ҡәүемдә аҡылға һыймаҫ көс бар”, — тип һоҡланған, хайран ҡалған ХVIII быуат тарихсылары, беҙҙең башҡортҡа ҡарап. Ҡурған яғында йөрөгәндә сәмле, дәртле ҡәрҙәштәребеҙҙе күреп, уларҙың ни тиклем дә хаҡ булыуына инанаһың.
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Ҡурған өлкәһе,
Сафакүл районы.


Вернуться назад