Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Шәхси именлек идаралығы оперативниктары Өфөнөң Орджоникидзе районындағы 5-се полиция бүлеге хеҙмәткәрен ҡулға алған. Ул 150 мең һум ришүәт алыуҙа ғәйепләнә.
Баш ҡала полицияһы офицеры Ҡырмыҫҡалылағы хеҙмәттәшенән аҡса даулаған булған.
— Ул Ҡырмыҫҡалылағы коллегаһына, Архангел районында Инйәр йылғаһы буйында ял итеүселәр араһындағы ыҙғышта ҡатнашҡанһың тип, енәйәт эше ҡуҙғатыу менән янаған. Шул уҡ ваҡытта, тәфтишселәр асыҡлауынса, Ҡырмыҫҡалы хеҙмәткәре унда булмаған, — тип хәбәр итә республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ришүәтсе полицейскийға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әле тикшереү бара.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.