1 октябргә тиклем аныҡ ҡарарға килергә онотмағыҙФедераль льготаға эйә граждандар социаль йыйылманан нисек файҙаланырға теләүе хаҡында 1 октябргә тиклем яҙма рәүештә белдерергә тейеш.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәҡдим ителгән хеҙмәттәрҙән өлөшләтә лә, тулыһынса ла файҙаланырға йә булмаһа аҡсалата компенсация алырға мөмкин.
Элеккесә, йәғни быға тиклем алып килгәнсә ҡалдырырға уйлағандарға Пенсия фондының урындағы идаралыҡтарына ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Әле “социаль пакет”тың хаҡы — 765 һум 88 тин. Уның 613 һумы — дарыуҙар, 94 һум 83 тине — шифаханала һаулыҡты нығытыу, 88 һумы ҡала яны тимер юл электр поездарында йөрөү, шулай уҡ дауаланыу урынына барып ҡайтыу өсөн.
Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 июлгә республикала 110 689 кеше социаль йыйылмала ҡаралған хеҙмәттәрҙән файҙалана. Был — дөйөм һандың ни бары 29,3 проценты. Күреүебеҙсә, күпселек, йәғни 85,6 проценты, аҡсалата компенсация алыуҙы хуп күрә.
М. ХАРИСОВА.