Тәгәрмәс, поезд, самолет, кәрәҙле элемтә, интернет... Ер шарының икенсе яғындағы кеше менән скайп аша күҙгә-күҙ ҡарашып аралашҡанда йәшәйеште алға илтеүсе технологияларҙың сигенә килеп еткәнбеҙ кеүек тойола. Баҡтиһәң, тиҙлек һаман да артыу өҫтөндә икән. "МегаФон" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһендә уҙған сара шуға инандырҙы. Унда 4G (дүрт джи) юғары тиҙлекле интернет технологияһының республикалағы эшенә старт бирелде.
4G-интернеттан бөгөн Өфө ҡалаһы һәм уның эргә-тирәһендәге ҡасабалар халҡы файҙалана ала. Йыл аҙағынаса уны Стәрлетамаҡ, Салауат һәм тағы бер нисә ҡалаға алып барып еткерергә ниәтләйҙәр. Өфөнән тыш, әлегә Мәскәү, Һамар, Новосибирск, Краснодар, Сочи, Владивосток ҡалаларында йәшәүселәр генә интернет селтәре буйлап иң юғары тиҙлектә "елдерә" ала.
Компанияның техник директоры Михаил Иконниковтың әйтеүенсә, 4G-интернет төрлө видеоны, интернет-телевидениены тотҡарлыҡһыҙ ҡарау, бер юлы әллә күпме мәғлүмәтте тиҙ арала компьютерға күсереү һәм башҡа мөмкинлектәргә юл аса.
— Яңы тиҙлек республиканың үҫешен дә тиҙләтәсәк. Мәҫәлән, яҡын киләсәктә "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтен күрһәтеүселәр юғары тиҙлекле интернет ярҙамында эш урынында уҡ коллегалары менән кәңәшләшә алыр, күп кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыр, тип күҙалларға мөмкин, — тип аңлатты Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов интернет өлкәһендәге яңылыҡтың әһәмиәтен. — Заман менән йәнәш барыусы кешеләр өсөн был яңылыҡ "машинағыҙ ун тапҡырға тиҙерәк йөрөй башлаясаҡ" тигән кеүек яңғырай.
Н. ХӘСӘНОВА.