Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?31.07.2012
Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Тау башҡорттары йыйыны

Алатауҡай буйы, ай, ҡымыҙлыҡ,
Ҡыҙҙар ғына сығыр йыйылып.
Ҡыҙҙар ғына ҡайтыр, ай, йыйылып,
Алатауҡай ҡалыр ҡыйылып.
“Алатау” йырынан.

Былтыр Ишембай районының Ҡолғона ауылында кирәй-ҡыпсаҡ башҡорттарының I йыйыны булып үтте. Унда ырыу ойошмаһына “Алатау” исеме тағылғас, ҡор башы итеп мин фәҡирегеҙ, ә аҡһаҡалдар идараһы рәйеслегенә нәҡ шул көндәрҙә 80 йәше киң билдәләнгән халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин һайланды. “Алатау”ҙың яҡын йылдарға эш барламаһы хупланғандан һуң, II йыйынды Белорет районының Баҡый ауылына саҡырырға килешкәйнек. Ниәтебеҙ бойомға ашты.
Ғилләһе былай: боронғо ырыуҙың Алатау, Ҡалыу, Бәләкәй Ҡалыу, Бәштин, Олоғор ҡыраздарына һыйынған алты ауылы, өс утары, бер кордоны һәм пристане 1922 Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?йылға тиклем Стәрлетамаҡ өйәҙенең Кирәй-ҡыпсаҡ волосына буйһонған. Тарихҡа үпкәләү фәтүәһеҙ... Хәҙер ун дүрт йыл әүәл генә электр һуҙылған, һаман әҙәмсә юлһыҙ интеккән ни бары өс ауылдың — Баҡыйҙың, Хәйбулланың, Өмөтбайҙың ғына нигеҙҙәре ҡоромаған. Әлегә... Ҡасандыр йылҡысы, солоҡсо, умартасы, урмансы, һалсы, күмер үртәүсе, һалабашсы, дегетсе, сайырсы һәм башҡа кәсепкәрҙәр апаруҡ ҡәнәғәт көн күрә ине уларҙа. Шулай, бала саҡта Бизмәнтау үркәсенән Баҡыйҙың йөҙ ҙә егерме тораҡ ҡапҡаһын, Тау-Еҙем промартеленең контора-фәләнен, ҙур йылҡы аҙбарын, тимерлеген, балалар яслиһын, ауыл Советы, мәктәп, клуб, фельдшерлыҡ пункты, почта биналарын һанай торғайныҡ та бит... Хәҙер 35 кенә йорт-ҡура, медпункт, китапханалы клуб бар, аҙ ғына уҡыусы өсөн яңы мәктәп (музейлы) ябылыр-ябылмаҫ хәлдә. Һүҙ ҙә юҡ, меҫкен йәшәмәй баҡыйҙар: шәхси техникалары, умарталары ишәйә, әл-юл донъя көтөргә тырышалар. Берәүҙәр лавка тота, кемдәрҙер таҡта яра, бәғзеләре йөк йә пассажир ташый. Аймаҡ ҡор башы Рим Аллаяров энекәш тотош Олоғор тауын, Еҙем буйының Һыубатҡан һәм Һыусыҡҡан бөгөлдәрен ҡуртымға алып, туристик туҡталҡа аласыҡтары күтәргән. Мәгәр мыҡты ирҙәрҙең, бына тигән байтаҡ уҡытыусының эшһеҙ-килемһеҙ ҡаңғырыуы айырата аяныслы. Йәшлегемдә ҡасандыр үҙемә ошонда уҡытыусы булырға насип иткәйне. Мин етәкләгән V класта 26 бала ине... Хәҙер үҙҙәре олатай һәм өләсәй... Төрлө яҡта йәшәйҙәр.
Картала ҡалырһыңмы, Баҡый?Ауылдары кесерәйә, зыяраттары киңәйә төбәктең. Ни хәл итмәк кәрәк, ҡарт-ҡоро иҫәбенә... Бер генә Бөйөк Ватан һуғышы яугирен дә осратмаҫһың... Аттар әҙәйә, арба-саналар һирәк.
Һүҙ ыңғайында... Күп йылдар элек Факиһа исемле инәйҙән ишетеүемсә, Баҡыйҙың тәүге ҡаҙығын Әсҡәб исемле умартасы ҡаҡҡан, Әсҡәбтау исеме шунан ҡалған. Бер йәй әбейе менән Ҡалыу үңеренә еләккә барғанда ҡырмыҫҡаһыҙ, сөрөклө түңгәктән ир бала табып алып ҡайталар ҙа уға Бәкелеғол тип исем ҡушалар, сөнки түшенә бәләкәй хәнйәр һалынған, ти. Дошмандарҙан ҡасып барыусылар сабыйҙы ҡалдырырға мәжбүр булған, тип аңлатты инәкәс. (Нуғай-башҡорт ыҙғыштары хәтәр булған тауҙарҙа).
Рәсәйҙә ауылдар кәмегәндән-кәмей. Башҡортостанда ла... Баҡый, ҡан ҡатышҡан Өмөтбай, Хәйбулла (халыҡ телендә һаман Тау Мүскәһе, Һаралы) ауылдары тарала-күсенә тарих арбаһынан бөтөнләй төшөп ҡалмаҫмы? Уларҙы нисек һаҡларға йә көсәйтергә? Фәҡәт ошо юҫыҡта ҡор үткәреп, делегаттарҙың ҡулдан килерҙәй тәҡдимдәрен раҫлағас, Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов (1913—1943) таҡтаташына веноктар ҡуйғас, былтыр ғына асылған Аллаяр иман йортона хәйер-һәҙиәләр бирелде һәм барса халыҡ һыбайлы малай менән ҡыҙыҡай артынса ул йәйәү, ул машиналарҙа Ерәнат туғайына ыңғайланы. Иҙел башы, Инйәр, Маҡар, Красноусол тарафтарынан ғүмергә тәүләп ҡырҡлаған автомобилдең тайга төпкөлөнә имен-аман юлығыуы романтик ҡыйыулыҡҡа бәрәбәр, тимәксемен. Бәғзеләрҙең Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын сайҡатып елеүе гүйә күңелдәргә ватансыл илһам өҫтәне. Рәсми ҡунаҡтарҙың икмәк-тоҙло, уҡ-йәйәле, ҡылыс-һөңгөлө тамаша менән ҡаршыланыуы хайран! Ырыуың кем? Ораның? Ҡошоң? Ағасың? Эскән һыуың? Тауҙарың? Тамғаларың?
Ҡапыл ғына ун дүрт йыл әүәл әҙәби кисә уҙғарырға килгәндә өлкән генә бер ҡәләмдәштең тос кинәйәһен иҫләнем: “Башҡорт индеецтары бында йәшәй, имеш!” Эйе, электр юҡ ине, хәҙер ана Егәҙе, Ботай йәштәре эстрада ансамбле менән ҡыуандыра — улар өсөн ауыл ситенән ут һуҙғандар.
Тирмәләр, оҫталар күргәҙмәһе, сауҙа, зат-зәүер шәжәрәләре — барсаһы танһыҡ, һәммәһе һәүетемсә. Асыҡ һауалағы мәҙәни паркта кеүек хис итте күптәр үҙен.
Район һәм ҡала хакимиәте башлығы Владислав Миронов исеменән уның беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тыл һәм хеҙмәт ветерандары Йәмниха Аллаяровҡа, Хызыр Ишмырҙинға Почет грамоталары тапшырһа, Егәҙе муниципаль берәмеге башлығы Рауил Ғәйнуллин “Өлгөлө өй” хужаларына бүләктәрен өләште. Йыйынды биш ауыл исеменән Ҡолғона ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мусин ихлас тәбрикләһә, алыҫ ҡәүемдәштәр — Краснокама районында йәшәгән ил-гәрәләрҙең сәләмен Шушнур ауыл хакимиәте башлығы Фәриҙә ханым Ғәниева еткерҙе (краснокамалар былтыр көҙгө сыуаҡта Илеш, Яңауыл, Тәтешле вәкилдәре, Татарстандың яҡын күршеләге Аҡтаныш районы ҡәрҙәштәре, кирәй(т)ле үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡаҙаҡ эҙәрмәндәре ҡатнашлығында гөрләтеп республикабыҙ әһәмиәтендәге шәжәрә байрамы һәм “Гәрә ҡәбиләһе башҡорттары: тарихы һәм хәҙерге заман” темаһына ғилми-ғәмәли конференция ойошторҙо, һуңғы сарала үҙемә лә сығыш яһарға насип итте).
Төрлө уйындар, ярыштар һәм йыр-моң бәйгеһе ҡыҙа ғына барғанда йәнә бер ҡеүәтле “Урал” машинаһы пәйҙә булды. Иҫке һәйеттәр, нороштар ҙаһа! Алатау типһәнендә Оло Шишмәнәкте һыулаған, йылъяҙмаһы яҡынса ике быуатлыҡ Норош тигән матур ауылда бынан ҡырҡ йыл элек кәрәсин шәмдәре һүнгәйне. Баҡтиһәң, данлы һунарсы, туҡһанды ашып донъя ҡуйған Ғәйзулла уҙаман Ҡаһармановтың (1872— 1969) ейән-ейәнсәрҙәре, аймаҡ ҡор башы, педагог Азат Ҡаһармановтың сауаплы теләгенә ярашлы, әлеге ултырышта туҡталҡа яһаған, имеш. Аят уҡырға, зыярат ҡылырға. Учалыла төпләнгән уҡытыусы-музыкант Әмир Ҡаһарманов, юл саңын ҡаға-һуға, йәһәтләп сәхнәгә ыңғайланы. Ҡурайсынан ҡурайсы тыуа: Берлинға еткән фронтовик атаһы Атаулла бабайҙың (1912–1969) йыраусы-ҡурайсы булғаны, үҙе юнған скрипканы маһир һыҙҙырыуы күптәрҙең хәтерендә. Үҫмер сағында ул Маҡарҙа Зөбәй Үтәғолов, Жәлил Кейекбаев менән бергә уҡый, егет сағында Ҡыҙыл кавалерияға эйәр яҫтыҡ-ҡаштары эшләү артелендә... имән рамлы локомобиль ҡора. Уның көйәнтәләре, һандыҡтары, ижауҙары күп өйҙәрҙә һаман мираҫ.
Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Юлай Ғәйнетдинов яңыраҡ миңә “Ҡурай һәм ҡурайсылар” тигән энциклопедик йөкмәткеле, электрон ҡушымталы ҡалын китабын автографлап тотторҙо. Үҙе серле йылмая. Бәй, унда Атаулла бабайыбыҙ хаҡында ла мәғлүмәт бирелгән, иң кәттәһе — уның башҡарыуында “Алатау” көйө ифрат фәлсәфәүи сыңрай, тик байрамда тыңларға форсат ҡына етмәне. Тағы... Гер табылманы — гәрсә унлап бәһлеүән ең һыҙғанғайны. Нисәмә йыл ҡулдан-ҡулға йөрөнө ете ҡырлы ике ботлоҡ ҡомартҡы. Уның менән промартелдең күпме арҡан-фәләне, аҙыҡ-түлеге, фуражы үлсәнгәндер — самалауы ҡыйын. Йәнә сәмле, ғәйрәтле атай-олатайҙар шуны ҡалайлы “кантур” ҡапҡаһы аша сөйөп көс һынашҡан, беҙҙең быуын да төрлө физкультура ярыштарында уны әҙ күтәрмәне. Ауыл музейына ҡуйырлыҡ суйын монаятты юҡ ҡына хаҡҡа тимер-томор алыпһатарына биреп әрәм иткәндәр, йәл.

* * *
Әйтәгүр, “Шишмәкәй буйы”, “Алатау”, “Бәштин”, “Еҙем һыуы”, “Йыуанташ”, “Елмерҙәк”, “Зиләйлүк” кеүек аҫыл йырҙарын, үҙҙәренә хас һөйләшен, фольклорын, йолаларын онотмай хиссән яҡташтарым. Йыры ла, ере лә, ырыуы ла, тарихнамәһе лә боронғо шул йәнтөйәктең. Эйе, ырыу атамаһы Башҡорт хан замандарынан уҡ билдәле. Һанһыҙ кирәй-ҡыпсаҡ иләүҙәренең — Таулы Алтай, Ҡырым, Кавказ, Фирғәнә үҙәндәре, ҡырғыҙ Алатауы, ҡарағалпаҡ уйһыуҙары, төрөк ярҙары, ҡаҙаҡ далалары һәм башҡа тарафтарға тығыҙ мөнәсәбәтен “Туҡһаба!”, “Айтайлаҡ!” кеүек шанлы орандарҙың, тамғаларҙың оҡшашлығы раҫлай, ҡайҙа ла Кирәев фамилиялы нәҫелдәр осраштыра. Мәгәр Туҡһаба, Айтайлаҡ, Иштәк, Аҡһаҡал, Таҙ (Тоҙ?) — һәммәһе лә үҙ осороноң дәрәжәле, ысынбарлыҡтағы шәхестәре. Ҡаҙаҡтарҙың бәғзеләре башҡортто һаман да “иштәк”, “истәк” тип нарыҡлай, республикала Истәк, Таҙ(лар) исемле ауылдар, аралар бар икән, тимәк, уларҙың олаталары ла башҡорт булған түгелме? Башҡортҡа кәмендә ете быуынын тоҫмаллау фарыз, тибеҙ. Үҙемә, мәҫәлән, туғыҙ олатабыҙ шәрифен атай яҡлап Абдрахман олатам (1900—1969) бармаҡ бөгөп ятлатҡайны. Арлы-бирле әфтиәк таныған, ҡыйыу айыусы һәм солоҡсо менән серле әңгәмә лә уйландыра.
Олатай: “Беҙҙең тоҡом Сингыз хандан яралған...”
Уҡытыусы ейәне: “Комсомолды аптыратма, йәме. Бындай әкиәткә тауыҡ көлөр!”
Шулай, Сыңғыҙҙың императорлығына бигүк хәбәрҙар булмағандыр ҙа мәрхүмкәй, әммә хәтер осҡонон инанып сәскәйне күңелгә. Элек көлкөгә һабыштырһам да, хәҙер ғәмләнеп тә ҡуям: ә кем белә асығын? Ибн-Фаҙлан ана бөйөк ҡағандарҙың 24 ҡатын алырға тейешлектәренә иғтибар иткән. Ризаитдин Фәхретдиндең улы, “Шура” журналын ойоштороусы Ғәбделәхәт Фәхретдинов иһә “Башҡорттар тарихы” тигән хеҙмәтендә, йәнәһе, олуғ Сыңғыҙ хан уландарына һәм нойон-сардарҙарына, әгәр нәширҙәр китапҡа хаталы баҫмаһа, 64 ҡатын алырға ҡушҡанын яҙа. Ғәскәрҙе тулыландырыр, баҫмаҡланған икһеҙ-сикһеҙ ерҙәрҙә тоғро аҡһөйәктәрҙе тәхеткә тәғәйенләү өсөн шулай кәрәккәндер ҙә, бәлки. Һәр хәлдә, ҡыпсаҡтарҙың (һәм дә мәмлүктәрҙең!) донъялағы күп кенә хан-тирандарға, батша-әмирҙәргә хыянатһыҙ хеҙмәт итеүе бәхәсһеҙ. Ҡыпсаҡ яугирҙәрен Иван Грозный ҙа, Наполеон Бонапарт һ.б. файҙаланған бит.
(Аҙағы бар).
Сабир ШӘРИПОВ.


Вернуться назад