Пенсия арта28.07.2012
Эшләүсе пенсионерҙарҙың хеҙмәт пенсияһы күләменә 1 августан төҙәтмә индереләсәк, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһендә.

Былтыр 1 августан төҙәтмәләр индерелгән хеҙмәт пенсияларын ҡайтанан иҫәпләү өсөн 2011 йылдың II — IV кварталдарындағы һәм быйылғы I кварталдағы страховка иғәнәләре иҫәпкә алынасаҡ.
— Башҡортостанда 1 августан пенсия күләмен арттырыу буйынса эш тулыһынса башҡарылды. Республикалағы 246 мең эшләгән пенсионер хеҙмәт пенсияһын яңыса аласаҡ, финанслау тулыһынса тәьмин ителде, — тине Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.
Пенсия страховка иғәнәһе күләменә ҡарап үҙгәрәсәк. Уның иң ҙур күләме 2780 һум тәшкил итә.


Вернуться назад