Республикала демографик хәлде яҡшыртыу буйынса алып барылған күләмле эштең һөҙөмтәһе бар. Был быйылғы ярты йылда хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында вафат булыусыларҙың кәмеүе миҫалында ла асыҡ күренә.
Ошо күрһәткес 8,2 процент тәшкил иткән. Мәҫәлән, ҡан әйләнеше системаһы ағзалары сирҙәренән, яман шештән, бәлә-ҡазаға тарыуҙан, үҙҙәренә ҡул һалыуға, кеше ғүмерен ҡыйыуға һәм спиртлы эсемлек эсеп ағыуланыуға бәйле үлеүселәр аҙайған.
Был мәғлүмәттәр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән коллегия ултырышында яңғыраны.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүәләр тыуыуы, шуға бәйле уларға таяҡтың йыуан башы төшөүе сер түгел. Туҡтауһыҙ үткәрелгән реформаларҙың, бер-бер артлы ҡабул ителгән программаларҙың һәм тормошҡа ашырылып килгән проекттарҙың һөҙөмтәһен халыҡ артыҡ һиҙмәүен белдерһә лә, хәлдең ыңғай яҡҡа ауышыуы һандарҙа асыҡ күренә. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыуҙың, өлкәгә медицина ярҙамын көсәйтеү маҡсатында миллиард һумдарса аҡса һалыуҙың отошло булыуы бәхәсһеҙ. Һәр хәлдә министрлыҡ етәкселәре ауыҙынан яңғыраған мәғлүмәттәр шуға инандыра.
Әйтеүҙәренсә, быйылғы алты айҙа ла демографик хәл ыңғай яҡҡа үҙгәреүен дауам иткән. Мәҫәлән, ярты йылда төбәгебеҙҙә тыуыусылар һаны һиҙелерлек артҡан. Сабыйҙар, 2011 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 7,7 процентҡа күберәк тыуған. Һуңғы йылдарҙа үлеүселәрҙең артыуы — табиптарҙы ғына түгел, тотош йәмәғәтселекте тәрән борсоуға һалған мәсьәлә.
Министр урынбаҫары Александр Афанасьевтың сығышында халыҡтың һаулығына бәйле күрһәткестәрҙең бер ни тиклем яҡшырыуы күрһәтелеп үтелде. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: туберкулез, наркомания, токсикомания, алкоголь психозы, венерик һәм тире ауырыуҙарынан яфаланыусылар аҙайған.
Әйткәндәй, дөйөм ауырыуҙар структураһында тәүге өс урында тын алыу юлдары, ҡан әйләнеше системаһы һәм аш һеңдереү ағзалары сирҙәре тора.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.