Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы республикала законһыҙ йәшәгән һәм миграция ҡануниәтен боҙған мигранттарҙы тыуған яҡтарына оҙатыу буйынса эште дауам итә.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл алты ай эсендә 150-нән ашыу кеше мәжбүри оҙатылған. Ундайҙарға нигеҙҙә Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Әрмәнстан һәм башҡа дәүләттәрҙән килеүселәр инә. Суд приставтары хатта Сенегал гражданын да тыуған яғына ҡайтарып ебәргән.
Депортацияланырға тейешле мигранттарҙың күбеһен Тажикстан менән Үзбәкстан кешеләре тәшкил итә.
Әле махсус изоляторҙа тотолған 76 кеше, шул иҫәптән биш ҡатын-ҡыҙ тыуған иленә юлланырға тейеш.
Әйткәндәй, сит ил граждандарын һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе Рәсәй Федерацияһынан ебәреү буйынса вәкәләттәр быйылдан башлап эске эштәр органдарынан суд приставтары хеҙмәтенә күсте.
М. ЗАМАНОВА.