Ашҡаҙан ауыртыуын шулай еңдем28.07.2012
Күптәр гастриттан яфалана, ә мин был сирҙе еңдем. Унан ҡотолоу сараһын һеҙгә лә еткерергә теләйем.

Уртаса ҙурлыҡтағы ҡыҙыл сөгөлдөрҙө һәм лимонды йыуып, әрсемәйенсә генә ваҡ ҡырғыстан үткәргәндән һуң, бер стакан бал менән бутарға кәрәк. Ошо массаны көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан берәр балғалаҡ ҡабығыҙ.
Ҡатнашма бөтһә, бер аҙналыҡ тәнәфес яһағыҙ ҙа йәнә дауаланыу курсын ҡабатлағыҙ. Һөҙөмтәһе булһын өсөн өс тапҡыр ошолай эшләргә кәрәк.

С. ҺӨЙӘРҒОЛОВ.
Шишмә районы.


Вернуться назад