Йомортҡаны оҙаҡ һаҡламағыҙ28.07.2012
Йомортҡаны оҙаҡ һаҡламағыҙ

Һуңғы осорҙа телевизорҙан сальмонеллезға бәйле ауыр хәлгә тарыусыларҙы йыш күрһәтәләр. Дауаханаға эләкмәү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Ошо инфекция хаҡында ентеклерәк аңлатһағыҙ ине.
Камила СӘЛИМГӘРӘЕВА.

Сальмонеллез — сальмонелла бактериялары тыуҙырған эсәк инфекцияһы төркөмөнә ҡараған сир. Ул эсәктәрҙе зарарлай һәм киң таралған йоғошло ауырыу тип иҫәпләнә. Сальмонелла тышҡы мөхиттә тотороҡло, аҙыҡ-түлек сеймалында һәм тирә-йүндәге әйберҙәрҙә оҙаҡ һаҡлана. Һөт ризыҡтарында, салатта һәм һыуытылған тәғәмдә үрсей.
Күбеһенсә бактериялы аҙыҡ ашап зарарланалар. Ә сир бысраҡ ҡул йәки көнкүреш әйберҙәре аша тарала. Инфекцияны йоҡтормау өсөн йомортҡаны, ҡош-ҡорт итен файҙаланғанда үтә һаҡ булырға кәрәк. Аш-һыуҙы талаптарҙы еренә еткереп әҙерләмәгәндә лә, күңелһеҙ хәлгә тарыу хәүефе ҙур. Йомортҡа 25 көндән ашыу һаҡланғанда, сальмонелла бактерияһының ҡабыҡтан һары өлөшөнә үтеп инеүе ихтимал.
Микробтар организмға эләккәс, 6 — 48 сәғәттән һуң кеше ауырый башлай. Башта һүлпәнлек, хәлһеҙлек йонсота, аппетит юғала, баш ауырта. Артабан күңел болғана, ҡоҫтора, эс ауырта һәм йомшара. Ауырыусыларҙың 70 процентының тән температураһы күтәрелә. Эс күбеүе, бауырҙың һәм талаҡтың ҙурайыуы күҙәтелә. Үтә ауыр осраҡтарҙа баш ныҡ ауырта, аң боҙола, тән тартыша. Сальмонеллез организмдың һыуҙы һәм тоҙҙо юғалтыуына килтереүе менән ҡурҡыныслы. Кеше ашамай ике аҙна самаһы йәшәй ала әле, ә бына һыуһыҙ һәм калий, натрий, кальций тоҙҙары инмәһә, ғүмерҙең һанаулы сәғәттәр менән генә иҫәпләнеүе бар. Һыу һәм тоҙ запасы айырыуса балалар организмында күп түгел. Шуға күрә сабыйҙарҙың ауыр хәлгә тарыуына һис тә юл ҡуйырға ярамай.
Сирҙең тәүге билдәләре күренеү менән үк табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белгес кенә үҙ ваҡытында аныҡ диагноз ҡуйып, тейешенсә дауалау билдәләй.
Яҡындарығыҙ сальмонеллезға бәйле киҫкен сиргә тарымаһын тиһәгеҙ, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе еренә еткереп үтәгеҙ.
l Йомортҡаны һәм ҡош-ҡорт итен санкцияланған сауҙа урындарында ғына алығыҙ. Һатыуға ҡасан сығарылыу ваҡытына иғтибар итегеҙ. Сортҡа айырғандан һуң 25 көн эсендә ҡулланыуға яраҡлы. Ә диетик йомортҡаларҙы 7 — 10 көн эсендә ашарға ярай.

l Һыуытҡыстың махсус урынында һаҡланыуы ла мотлаҡ. Файҙаланыр алдынан ағып торған һыу аҫтында һабынлап йыуырға кәңәш ителә. Йомортҡаны һыу ҡайнап сыҡҡандан һуң 15 — 20 минут самаһы бешерергә кәрәк. Ҡурған саҡта һауыттың ҡапҡасын ябып,15 минут әҙерләргә. Ә сей йомортҡаны бөтөнләй ҡулланыу ярамай. Ҡош-ҡорт итен һыу ҡайнағандан һуң 40 минут самаһы бешереү мотлаҡ.
Ф. ГӘРӘЕВА,
табип.


Вернуться назад