Ауырыуға диагноз, ҡағиҙә булараҡ, мотлаҡ анализдарҙы тапшырғас ҡына ҡуйыла. Шул уҡ ваҡытта тәжрибәле табип кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап та сирҙе билдәләй ала. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен белеү ҡамасауламаҫ, моғайын.
Аҡ халатлылар ошондай күренештәргә күҙ һалырға кәңәш итәАяҡтар көн дә ҙур көсөргәнешлек кисерә. Үксәнең тиреһе ҡата йәки ярыла икән, тимәк, быуындарҙа йәки хәрәкәт ағзаларында етешһеҙлектәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, үксәнең тышҡы яғында тире ҡатһа, умыртҡа һөйәгенә, эскеһе ҡатһа, эсәктәргә иғтибар итергә кәрәк. Баш бармаҡтың тиреһе тупаҫланһа, эндрокринолог ярҙамына мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә.
Тубыҡ йәки уның эргәһе шешһә, был организмда һыуҙың күплегенә бәйле булыуы ихтимал, шулай уҡ бөйөр менән йөрәктең дә тейешенсә эшләмәүен дәлилләй. Оҙаҡ ваҡыт ултырыу йәки, киреһенсә, көнө буйы аяҡ өҫтө тороу ҙа шешенеүгә килтереүе бар. Бындай осраҡта ярты сәғәт һайын кәүҙә торошон үҙгәртергә һәм күнекмәләр эшләргә кәрәк. Мәҫәлән, бармаҡ остарында йөрөүҙең, табандың эске һәм тышҡы яғы менән атлау кеүек күнекмәләрҙең көсөргәнешлекте кәметеү йәһәтенән файҙаһы ҙур. Массаж яһау ҙа яҡшы, сөнки табанда тиҫтәләгән әүҙем нөктәләр урынлашҡан. Күберәк йәйәү йөрөргә, өҫкө ҡатҡа менгәндә лә, төшкәндә лә лифтҡа ултырмаҫҡа кәңәш ителә.
Тән тиреһенә ҡарап та сәләмәтлек торошон билдәләргә мөмкин. Ҡоро, йыйырсыҡлы тире А һәм В витаминдарының етешмәүе тураһында һөйләй. Аҡ таптар С һәм башҡа витаминдарға ҡытлыҡты белдерә. Ҡалҡан биҙе һәм шәкәр ауырыуының башланғыс осоронда ла ошондай уҡ үҙенсәлектәр күҙәтелә.
Тиҙ күгәреүсән тән тиреһе — аҙ ҡанлылыҡ һәм ҡанға бәйле башҡа сирҙәр билдәһе.
Танау осонда ваҡ ҡыҙыл тамырсалар күренеп торһа, тимәк, йөрәк эшмәкәрлегендә етешһеҙлек бар. Танауҙың осо ҡыҙарһа, ашҡаҙанға һәм эсәккә, ағарып торһа, ҡан әйләнешенә иғтибарҙы арттырыу зарур.
Ҡыҙғылт-һоро төҫтәге тырнаҡтар бөйөр ауырыуҙары тураһында иҫкәртә. Тырнаҡ остары аҡ икән, аҙ ҡанлылыҡ күҙәтелә.
Боғаҡ булғанда муйын ҡалыная, ә был организмға йод етешмәүгә бәйле.
Күҙҙәр ҙә бик күп нәмә хаҡында һөйләй. Уларҙың күңел һәм организм көҙгөһө тип аталыуы һис тә осраҡлы түгел. Яҡты ҡарашлы, саф күҙҙәр кешенең һау-сәләмәт булыуы хаҡында белдерә. Елһенгән, тоноҡ күҙҙәр бауырҙа етешһеҙлектәр булыуын сағылдыра. Күҙ ҡабаҡтарының шешмәкләнеп тороуы йөрәк эшмәкәрлегенең боҙолоуына, бөйөр һәм енси ағза сирҙәренә бәйле.
Ҡолаҡ шаулауы, насар ишетеү — гипертониктарға хас күренеш. Әммә муйын остеохондрозы, бөйөр, баш мейеһе ауырыуҙарынан яфаланғанда ла ошондай уҡ билдәләрҙең күҙәтелеүе ихтимал.
Сир аҙып китмәһен тиһәгеҙ, сәләмәтлегегеҙгә, йөҙ-ҡиәфәтегеҙгә иғтибарлы булығыҙ, ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт итеп, дауаланыу сараһын күрегеҙ.
Ә. ҒИЗЗӘТУЛЛИНА әҙерләне.