Өлкәндәр намыҫында28.07.2012
Ата-әсә балаһының һимерә башлауын, кәүҙә ауырлығының саманан тыш булыуын һиҙмәй, тип раҫлай Австралия ғалимдары.

Улар быға һигеҙ меңдән ашыу ғаиләне күҙәткәндән һуң инанған. Биш-алты йәшлек балалы ата-әсәнең — 89 проценты, 10-12 йәшлек үҫмерҙәр тәрбиәләгәндәренең 63 проценты ул-ҡыҙҙарының кәүҙә ауырлығының тейешле кимәлдән артыуын белмәгән, 77 проценты һимереүҙе үҫмер сәләмәтлеге өсөн хәүефле тип иҫәпләмәгән.
Ғалимдар фаразлауынса, күп кенә ата-әсәнең балаһының күҙгә күренеп йыуанайыуын һиҙмәүе — үҙҙәрен көйөндөргөләре килмәүҙән йәки һөйөклөһөн рәнйетергә теләмәүҙән.
Табиптар үҫмерҙәргә майлы һәм шәрбәтле тәм-том ашатыуҙы сикләргә, әүҙем йәшәү рәүешенә өйрәтергә өндәй.


Вернуться назад