ҺОРАУ — ЯУАП28.07.2012
Нәҫелдән күсәме?

Эпилепсиянан тулыһынса дауаланып буламы? Сирҙең нәҫелдән нәҫелгә күсеү осрағы йыш күҙәтеләме?
Д. Моратов.
Өфө ҡалаһы.


Эпилепсия — хроник сир. Уның ни рәүешле, ни сәбәпле килеп сығышы әлегә тиклем билдәһеҙ. Эпилептологта даими күҙәтелеү, уның күрһәтмәләрен теүәл үтәү мөһим. Табиптың маҡсаты — өйәнәктәр һанын кәметеү. Быға дарыуҙар һәм рефлекс-психотерапия ярҙамында өлгәшергә мөмкин. Сирҙең нәҫелдән нәҫелгә күсеү осрағы иһә 30 процент самаһы тәшкил итә.

Насар ғәҙәттән нисек ҡотолорға?

Тәмәке тартыуҙы ташларға теләгем бар, тик ихтыяр көсөм етмәй. Дарыухананан алған пластырь ярҙам итмәй. Ошо яман ғәҙәттән ҡотолоуҙың берәй сараһын белергә ине...
З. Мәхийәнов.
Дәүләкән районы.


Тәмәкене ташлауҙың әүәлдән килгән ябай ғына ысулы бар: бер семтем киптерелгән юл япрағына 0,5 литр ҡайнаған һыу ҡойоп, 2 сәғәткә ултыртып торорға. Көн дауамында ошо төнәтмәне тулыһынса эсергә. Дауаланыу курсы — 3 ай.


Вернуться назад