Ата-баба әмәлен тапҡан28.07.2012
Ауыҙ осоноу
Ышаныуҙар буйынса, ауыҙға яман заттар тейһә (үпһә, ҡағылһа, һуҡһа) йәки улар тәмләгән аш-һыуҙы, ҡағылған һауыт-һабаны ауыҙға тейҙергәндә бөрсөк-бөрсөк сабыртма сыға. Был ауырыуҙы, ғәҙәттә, ат ауыҙлығын тешләтеп имләйҙәр.
Башҡорттарҙың ауыҙ осоноуға ҡаршы иҫкәртеү саралары булған. Мәҫәлән, ололар ит ашағандан һуң мотлаҡ ауыҙ-морондо сайҡатырға ҡуша. Сайҡатмаһаң, ен-шайтан ауыҙыңды ялай икән. Бигерәк тә ауыҙҙы сайҡатмайынса урамға сығыуҙы тыялар. Шуның өсөн итле аштан һуң, еҙ тас һәм ҡомған менән ҡулды, ауыҙ-морондо сайҙырыу йолаһы бар.
Шулай уҡ башҡорттарҙа аш-һыуҙы, тоҙҙо асыҡ ҡалдырырға ярамай. Ышаныуҙар буйынса, өҫтө ябылмаған тоҙға, аш-һыуға шайтан төкөрә. Шуны ашаған кешенең ауыҙы осона, тиҙәр.

Бала атламаһа
Оҙаҡ атламаған баланы ергә 41 тапҡыр баҫтырып алырға кәрәк. Шунан тәпәйләп китә.
Тамаҡ ауырыуы (йотҡолоҡ) име
Йотҡолоҡ (ангина) булһа: "Анау тауҙы йотайым!" — тиһең дә, тауға ҡарап, төкөрөгөңдө йотаһың. "Бынау тауға ҡарайым!" — тиһең дә йәнә йотаһың. Шулай өс тапҡыр ҡабатлайһың.

Ҡолаҡ тиштереү
Ҡолаҡты ҡоштар килгәндә, ҡош-ҡорт сала башлағанда тишмәйҙәр. Ҡоштар киткәндә лә быны эшләргә ярамай, юғиһә ҡолаҡ боҙола. Ҡолаҡ боҙолһа, көмөш тағып, май һөртөп, доға уҡып имләгәндәр.

Сиҡаҡ тотһа
Доға уҡып, ете йотом һыу эсһәң, сиҡаҡлау бөтә.

(Фирҙәүес Хисамитдинованың "Башҡорттарҙың дауалау һәм ҡурсалау магияһы. Текстар" китабынан алынды).


Вернуться назад