Ауыҙҙың лайлалы тиресәһендәге яман шеште иҫкәртеү саралары:28.07.2012
1Ауыҙ ҡыуышлығын санацияларға (теш таштарын алыу, дөрөҫ эшләнмәгән теш протездарын һәм пломбаларҙы алмаштырыу, боҙолған теш тамырҙарын һурып алыу, кариесты һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү);
2Әсе йәки ҡайнар аштарҙы, иҫерткес эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметергә, тәмәкенән баш тартырға;
3Һәйбәт итеп туҡланырға, йәшелсә, емеш-еләк һәм көрпәле ҡамыр ризыҡтарына өҫтөнлөк бирергә;
4Ауыҙ әрнеһә, металл тәме сыҡһа, теш протездарын алмаштырыу сараһын күрергә;
5Төш ваҡытында, ультрафиолет нурҙары көслө саҡта ҡояшта йөрөмәҫкә;
6Ауыҙ гигиенаһын үтәргә;
7Йылына ике тапҡыр стоматологка күренергә.