Яман шеште иҫкәртеүе еңелерәк28.07.2012
Хәҙерге йәмғиәттә онкологик сирҙәр — иң көнүҙәк һәм мөһим проблемаларҙың береһе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъяла яман шеш сирҙәре һәм унан үлеү осраҡтары артҡандан-арта.

Организмдағы күҙәнәктәрҙең сифат йәһәтенән үҙгәреп, бүленеү һәләтен юғалтыуы һөҙөмтәһендә туҡыманың патологик йылдам үҫеүен шеш тип атайҙар. Шеш хәүефһеҙ һәм хәүефле (яман) була. Хәүефһеҙ шеш әкрен үҫә, йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡалыуы ихтимал, уларҙың үҙ тиресәһе бар. Хәүефһеҙ шеште тиресәһе менән бергә алып ташлайҙар. Яман шеш йылдам үҫә, уның тиресәһе юҡ. Бындай шеш күҙәнәктәре һәм уларҙың тамырҙары үҙен уратып алған туҡымаларға үтеп инә һәм уларҙы зарарлай. Лимфа төйөнөнә йәки ҡан тамырына үтеп, ҡан һәм лимфа ағымы менән башҡа ағзаларҙы зыянлауы, уларҙа ла яман шеш — метастаз барлыҡҡа килтереүе мөмкин. Баштағы һәм муйындағы яман шештәр араһында ауыҙ ҡыуышлығы ағзаларындағы рак, йышлығы буйынса, тәүге урындарҙың береһен биләй.
Был төркөмгә телдең, лайла йыйылған тел аҫты, яңаҡ, ҡаты һәм йомшаҡ аңҡау, өҫкө һәм аҫҡы яңаҡ һөйәгенең альвеоляр үҫентеһенең ямаш шеше инә. Ауыҙҙың лайлалы тиресәһе һәм ундағы туҡымалар — анатомия яғынан ҡатмарлы өлкә. Шуға күрә уның клиник үҫеше лә, дауалау алымдары ла үҙенсәлекле.
Билдәле булыуынса, яман шеш бер ваҡытта ла организмдың һау-сәләмәт күҙәнәктәрендә үҫешмәй. Рак тыуҙырырлыҡ сирҙәр, шулай уҡ теш протездарының насар ултырыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән хроник сей яралар, теш тамырҙары, боҙолған тештәрҙең үткер ситтәре өйкәгән, яңаҡтағы даими тешләнгән урындар яман шеш барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була ала. Ҡайһы бер факторҙар ҙа ямаш шешкә этәргес бирә. Ундайҙарға тәмәке тартыу, төрлө инфекцион-ағыулы процестар, ҡуҙғытыусы факторҙар (иҫерткес эсемлектәр, кислоталар, тәмләткестәр, ҡайнар аш һ.б.), боҙолған тештәр, насар эшләнгән протездар, теш пломбаһының үткер ситтәре, теш таштары һәм ауыҙҙағы бактериялар тыуҙырған инфекция инә. Предприятиеларҙа, уҡыу йорттарында, ә пенсионерҙар һәм эшләмәгән халыҡ өсөн йәшәгән урындарҙа ойошторолған планлы иҫкәртеү мотлаҡ булырға тейеш. Бындай тикшереүҙәрҙә табип, мәҫәлән, ҙурайған лимфа төйөнөн, оҙаҡ ваҡыт уңалмаған сей яраларҙы, ауыҙҙың лайлалы тиресәһендәге туҡымаларҙың үҫеүен, тығыҙайыуын асыҡлай ала. Ә кеше уларға йыш ҡына иғтибар итмәй ҙә. Стоматолог яман шештең булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында онкологка консультацияға ебәрә икән, быға ҡурҡырға ярамай. Табиптың фаразы раҫланһа, тиҙ арала дауалана башларға була бит.
Ауыҙҙағы ямаш шештең үҙенсәлектәре: оҙаҡ уңалмаған сей яра, даими ауыртыу-һыҙланыу, яңаҡтың шешеүе йәки тығыҙайыуы, теш ҡаҙнаһында, телдә, лайлалы тиресәлә аҡ йәки ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килеү, сәйнәү йәки йотоуҙың, яңаҡты йәки телде йөрөтөүҙең ҡыйынлашыуы, телдең ойоуы, муйындың шешеүе, ябығыу. Һанап үтелгән билдәләрҙең береһе йәки бер нисәһе ике аҙна эсендә юҡҡа сыҡмаһа, кисекмәҫтән стоматологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был үҙгәрештәрҙең яман шешкә бер ниндәй ҙә ҡағылышы булмауы ла ихтимал. Шуға күрә теге йәки был симптомдың ниндәй сиргә бәйлелеген табип ҡына асыҡлай ала.


Вернуться назад