Ауырымай йәшәүҙең сере28.07.2012
Ауырымай йәшәүҙең сереБалтас районының Юғары Ҡанһөйәр ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Рәсүл Хәсәнов быны үҙ миҫалынан сығып әйтә.

Пенсия фондының район идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Балтас районында йөҙ йәшен тултырған ике әбей йәшәй, ә өсөһө бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. 90 — 100 йәштәге өлкәндәрҙең һаны — 99, 80 — 90 йыл ғүмер итеүселәр — 1020 кеше.

Күптән түгел оҙаҡ йәшәүселәрҙең береһе Рәсүл Хәсәнов менән осраштыҡ. Ғилемгә ынтылышы көслө була уның. Башланғыс класта Ҡанһөйәр мәктәбендә, артабан Һәйтәк тулы булмаған урта һәм Тусыбай урта мәктәбендә белем ала. Уҡытыусы булырға хыялланһа ла, медицина техникумына уҡырға инергә тура килә.
— Уҡыу еңел бирелде, “өслө” билдәһе алғанымды хәтерләмәйем. Биш һум стипендия бирәләр ине, ошо аҡса ҙур ярҙам булды, — тип иҫкә ала ул үткәндәрен.
Шулай итеп, 1940 йылда хеҙмәт юлын Һәйтәк дауаханаһында фельдшер булып башлай.
— Ул йылдарҙа районда берҙән-бер дауахана ине. Тәтешле, Асҡын һәм Балтас райондары халҡы ла ошонда хеҙмәтләндерелде. Өфөлә медицина институтын тамамлап килгән ике табип ҡына эшләне.
Егеттең армияға саҡырылыр ваҡыты етеүгә Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Рәсүл дә, хәрби комиссариатҡа барып, үҙен фронтҡа алыуҙарын һорай, ике тапҡыр ғариза бирә. Икеһендә лә: “Фельдшерҙар тылда ла кәрәк”, — тип ҡайтаралар.
1944 йылда Рәсүл Хәсәновты Боғҙан ауылына эшкә ебәрәләр.
— Аслыҡ көслө, халыҡ шешенә, яҙ күгәргән башаҡ ашап, ағыуланып, бик күп кеше вафат булды. Көн һайын ауылда 8 — 12 кеше үлә. Колхоз етәкселеге мәрхүмдәрҙе ерләр өсөн махсус бригада ойошторҙо. Алтышар, ун икешәр кешене бер ҡәбергә һалдылар. Ул йылда Боғҙан ауылында ғына 380-дән ашыу кеше вафат булды, — тип ауыр ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙө аҡһаҡал. Бына шундай аяныслы ваҡиғаларҙың тере шаһиты ла ул Рәсүл Хәсәнов.
Хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән, хәҙер — Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына тиңләштерелгән хөрмәтле ил ағаһы.
“Ғүмеремдә рәхмәттән башҡа һүҙ ишетмәнем”, — тип хаҡлы ғорурлана ул. Ҡатыны менән өс малай, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан, яуаплылыҡ талап ителгән эштә эшләгән һәм әле лә хеҙмәт итеүҙәрен дауам итә. Бүлә-бүләсәрҙәре лә һөйөнөс кенә өҫтәй. Ҡатыны Нәсимә менән 57 йыл иңгә-иң терәп йәшәгән. Үкенескә ҡаршы, ул мәрхүмә булып ҡалған һәм бабай яңғыҙы ғүмер итә.
— Оҙаҡ йәшәүҙең сере үҙ-үҙеңде һаҡлауҙалыр, моғайын. Мин гелән сәғәт алтыла торам, унынсы яртынан да ҡалмай йоҡларға ятам. Көнөнә өс тапҡыр туҡланам. Спиртлы эсемлек эсмәйем, тәмәке тартмайым. Буш ваҡыттарҙа Танып йылғаһында балыҡ ҡармаҡланым. 12 килограмлы суртан тотҡан сағым булды, — тип һөйләй сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған аҡһаҡал.
Һаулығына әллә ни зарланмай ветеран. Дауаханаға һирәк мөрәжәғәт итә. Ғүмере буйы халыҡ медицинаһына таянған. Әле лә йәй дарыу үләндәре йыя. Һоҡландым Рәсүл бабайға. Күңеле киң, аралашыусан, ярҙам һорап килеүселәргә ишеге һәр саҡ асыҡ. Донъя бит, төрлө хәлдәр була. Ә мохтаждарға ҡул һуҙмай сараһы юҡ, сөнки ауыл ерендәге фельдшер, нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, халыҡҡа иң яҡын торған белгес.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.


Вернуться назад