Йондоҙнамә. 30 июль – 5 август28.07.2012
Буталсыҡ аҙна. Пландарығыҙ үҙгәрер, эштең башлаған нөктәһенә кире әйләнеп ҡайтырға, хаталарҙы төҙәтергә тура килер. Ниндәйҙер хәл-ваҡиғанан "ҡоро" сығам тип өмөтләнмәгеҙ – барыһы өсөн дә яуап бирәсәкһегеҙ.
Власть органдары, полиция хеҙмәткәрҙәре менән аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал.
Был арала ҡабул ителгән закон-ҡағиҙәләр ҡаршылыҡҡа осрар, ауыр ҡабул ителер.
Иғтибарлы булырға, һыуҙан һаҡланырға кәңәш ителә. Башҡаларҙың хатаһын ҡабатламаҫҡа тырышығыҙ.
Ҡуҙы
(21.03 – 20.04)
Үҙегеҙгә генә ышанырға, шәхси фекерегеҙгә таянырға һәм нисек дөрөҫ тип иҫәпләйһегеҙ, шулай эшләргә кәрәк. Яңы танышлыҡтар булдырыу һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн яйһыҙ осор. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыуы ихтимал.
Буға
(21.04 – 21.05)
Был аҙнала иҫтә ҡалырлыҡ, сағыу ваҡиғалар көтмәгеҙ. Шулай ҙа бер ниндәй хәрәкәтһеҙ, ағым ыңғайына китеп барыу кәңәш ителмәй – нимәлер эшләргә кәрәк тә һуң!
Игеҙәктәр
(22.05 – 21.06)
Ғөрөф-ғәҙәттәргә, билдәләргә ышанып бармаһағыҙ ҙа, был аҙнала иҫ киткес осраҡлыҡтар, тап килеүҙәр күп булыр. Бының нимә икәнлеген аңларға тырышығыҙ.
Ҡыҫала
(22.06 – 23.07)
Хәл-ваҡиғаларҙан ситтә ҡалдырырға маташырҙар. Үҙ-үҙегеҙгә бикләнеп ятҡансы, шәхси тормошҡа бәйле проблемаларҙы хәл иткәндә яҡшыраҡ булыр.
Арыҫлан
(24.07 – 23.08)
Һөнәри йәһәттән һәм шәхси тормошта ла мәғлүмәтле булыуығыҙҙы белдермәҫкә тырышығыҙ. Хеҙмәттәшегеҙ, һеҙ етәкселек алдында яҡшыраҡ булып күренергә тырыша, тип фекерләр. Сабыр итегеҙ.
Ҡыҙ
(24.08 – 23.09)
Бер кешене эштән ебәргәндәр һәм ул, ниһайәт, үҙе хыялланған компанияға урынлашкан – ошо тарихты ишеткәнегеҙ бармы? Һеҙҙең менән дә ошоға оҡшаш хәл булыр.
Үлсәү
(24.09 – 23.10)
Ҡасандыр кемгәлер бәйле булып, саҡ ҡотолғанһығыҙ. Был аҙналағы ваҡиғалар ярҙамында тағы ла кемдеңдер иркегеҙҙе сикләүе ихтимал. Һаҡ булығыҙ!
Саян
(24.10 –22.11)
Кем менәндер килешергә кәрәк икән – был аҙнала барыһы ла уңышлы буласаҡ. Файҙаланып ҡалығыҙ.
Уҡсы
(23.11 – 21.12)
Яҡшы кәңәштәрҙе тыңлау ғына түгел, тотоу ҙа мөһим. Былтыр уҡ әйтелгән, әммә үтәлмәгән эште тормошҡа ашырырға тура килер.
Ылаҡ
(22.12 – 20.01)
Матди, финанс мәсьәләләрен хәл итә торған көндәр. Һеҙгә булған бурысты түләрҙәр йәки көтөлмәгән килем шатландырыр.
Һыуғояр
(21.01 – 19.02)
Былай ҙа яуланған үрҙе тағы ла яулап маташырһығыҙ. Эш — контролдең һәм тәьҫир көсөгөҙҙөң кәмеүендә.
Балыҡ
(20.02 – 20.03)
Бер аҙ буталып китерһегеҙ. Өйҙән сыҡҡан ваҡытта һыу, үтек һүндерелгәнме тип бер нисә ҡат тикшерерһегеҙ, һеҙҙе дөрөҫ аңлағандармы-юҡмы икәнлекте белеү өсөн башҡаларҙы аптыратып бөтөрһөгөҙ.
Өмөтбикә.