Йылмайып-көлөп кенә28.07.2012
— Ниңә беҙ отпускты мотлаҡ ауылда, һинең атай-әсәйең янында үткәрергә тейешбеҙ? — тип һорай йәш кәләш иренән.
— Ҡәҙерлем, выждан, бурыс кеүек төшөнсәләр хаҡында ла уйларға кәрәк бит!
— Ә улар хаҡында Ҡара диңгеҙ йәки Урта диңгеҙ ярында уйлап булмаймы ни?
***
Ҡатын табипҡа килә.
— Иремдең нервылары бөтөнләй ҡаҡшаны. Ялға ҡайҙа барһаҡ һәйбәтерәк: тауғамы, диңгеҙгәме?
— Һеҙгә — диңгеҙгә, уға — тауға. Киреһенсә булһа ла ярай.
***
Ир ҡатынын диңгеҙ буйына ялға ебәрә. Ҡара янып, илһамланып, ял итеп ҡайтҡан бисәһе уны ҡосаҡлап ала ла:
— Мин барыбер һине генә яратам! — тигән була.
***
Отпусктан сыҡҡан ике ир әңгәмәләшә.
— Ҡайҙа булдың, нисек ял иттең?
— Көньяҡта, ярайһы былай: диңгеҙ, шарап, емеш-еләк, ханым-туташтар...
— Мин дачала булдым: һай ғына быуа, “сүлли” ҙә ҡыяр, бисә-сәсәләр...