Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә28.07.2012
Тән зиннәте — кейем, аҡыл зиннәте — ғилем.
Уҡыуһыҙ белем юҡ, белемһеҙ көнөң юҡ.
Аҡса-мал — бер көнлөк, ғилем-һөнәр — ғүмерлек.
Ҙурлыҡ кәүҙә менән түгел, ғилем менән.
Байлыҡ боҙға яҙған, ғилем ташҡа яҙған.
Белемһеҙ кеше — һуҡыр кеше.
Уҡыу — күңел нуры, уҡымай ҡалған — кеше хуры.


Вернуться назад