Ҡәҙерле әсәйебеҙ Саймә Харис ҡыҙы менән атайыбыҙ Рәшит Хужиәхмәт улы Фәйзуллиндарҙы тантаналы мәлдәре — “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” өсөн миҙал алыуҙары менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Июль айы — беҙҙең ғаилә өсөн иҫтәлекле ай. 58 йыл элек йәй уртаһында ҡауышып, бер-береһен ихтирам итеп, мөхәббәтле ғүмер юлын үткән атай-әсәйебеҙгә алдағы көндәрҙә лә именлектә, һаулыҡта, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине
Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ.
Сәстәрегеҙгә бәҫтәр ҡунһа ла,
Һеҙ бөгөн дә әле йәш беҙгә.
Бәхет-шатлыҡтарҙа, һаулыҡта
Йәшәгеҙ һеҙ парлы гел бергә.
Ҡотлау менән барлыҡ туғандарығыҙ исеменән
ҡыҙҙарығыҙ Рәйлә, Лилиә, кейәүҙәрегеҙ Данис, Ромен, улығыҙ Ринат, килендәрегеҙ Альбина, Гөлназ,
туғыҙ ейән-ейәнсәрегеҙ, ике бүләсәрегеҙ.