(Булған хәл)
“Әсәй, бәлки, һин был хатты уҡығанда, мин булмам инде яҡты донъяла. Юл һәләкәтенә осраным, дауаханала ятам, хәлем насар, иҫән ҡалыуыма ышанысым юҡ. Асыуланмағыҙ, мин ғәйепле. Балаларымдың, Иректең рәнйеше төшкәндер инде миңә. Күҙ нурҙарымды ташлап киттем, хәҙер бик үкенәм, тик һуң инде, һуң…”
Фәниә инәй дерелдәгән ҡулдары менән район үҙәге дауаханаһында эшләүсе күршеһе индергән хатты асыуға, йөрәге “жыу” итеп китте. “Йөрөй торғас, тәки тапҡан, шуға ашҡынған икән!” – тип уйлап ҡуйҙы. Балалар ғына түгел, үҙе лә бик рәнйегәйне ул юлдан яҙған килененә. Кем уйлаған, биш бала үҫтереп, бындай хурлыҡты күрергә яҙыр тип. Иҙәндә уйынсыҡтар менән мәж килеүсе ике һәм өс йәшлек сабыйҙарға ҡарап, булған ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө ул.
Өлкәндәре башлы-күҙле булып бөткәс, кинйә улына кәләш табыуҙы әсә кеше үҙ ҡулына алырға булды. Ирек ниңәлер ҡыҙҙар менән йөрөмәне, колхоз эшенән башы сыҡманы. “Бигерәк йыуаш шул, үҙебеҙ иҫән саҡта башлы-күҙле итеп ҡалырға кәрәк, йә насар ғәҙәттәргә өйрәнер”, – тип уйланы әсә. Сөнки араҡыны еҫкәп тә ҡарамаған улы һуңғы ваҡытта һалғылап ҡайта башланы.
Ҡайҙан белешкәндәрҙер, бер көндө телефон шылтыраны. Етемдәр йортонда тәрбиәләнеүсе бер ҡыҙ менән танышҡан булып сыҡты Ирек.
“Тормоштоң ауырлығын күреп үҫкән, иркә ҡыҙ түгелдер, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк”, – тип уйлап, Фәниә инәй улын өйләнергә ҡыҫтаны. Бер-ике ай самаһы үттеме икән, ҡыҙға 19 йәш тулған көндә, никах та уҡытып ҡуйҙылар. Башта, нисектер, бөтәһе лә яҡшы кеүек тойолдо. Ирек эштән өйгә ашҡынып ҡайтты, ҡатынын өрмәгән ергә ултыртманы, хәмерҙе ауыҙына ла алманы. Ата-әсә уларға ҡарап һөйөнөп туйманы. Их, тормош тигәнең бер көйгә генә барһа ине, юҡ шул, әллә ниндәй һикәлтәләр әҙерләп ҡуя яҙмыш тигәнең.
Әллә ендәр ҡотортто тағы, тора-бара килен тигәнебеҙ үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Ҡайҙалыр китһә, тиҙ ҡайтманы, юғалып торорға ғәҙәтләнеп алды. Ете айлыҡ ауыры булған килеш тә аҙналар буйы ҡайтмай йөрөнө. “Барыр ере лә юҡ бит, ҡайҙа йөрөй икән?” – тип нимә уйларға ла, ҡайҙан эҙләргә лә белмәне өйҙәгеләр. Һуңынан ғына күрше районда туғандарында булғанлығы асыҡланды. Бер нәмә лә булмаған һымаҡ өйгә ҡайтып инер ине үҙе тағы. Етем быҙау аҫраһаң, ауыҙың-мороноң май булыр, етем бала аҫраһаң, ауыҙың-мороноң ҡан булыр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер шул. Ауылда төрлө ғәйбәт йөрөһә лә, үҙе лә тормоштоң ҡара яҡтарын күп күргән Фәниә һыр бирмәҫкә тырышты, килененә ауыр һүҙ әйтмәне.
Йәш ҡатын бала табыу йортонан бер-бер артлы ҡыҙ, малай алып ҡайтты. Әммә тәүбәгә килмәне килене, үҙе етемдәр йортонда үҫһә лә, унда әсәлек тойғоһо уянманы, сабыйҙарының да ҡәҙерен белмәне. Өйҙән сығып китеүҙәр, таң алдынан ҡайтыуҙар туҡталманы. Етмәһә, ауыҙынан хәмер еҫе лә килә башланы. Был хурлыҡҡа түҙә алмайынса, Ирек шешәгә үрелде. Бына шунан башланды инде мәхшәрле көндәр һәм төндәр…
Ғауғалы тормошта бер кемгә лә тынғы булманы. Ирек ҡатынының былай йөрөүендә ата-әсәһен ғәйепләй башланы. Йәнәһе, һеҙ уны гел өйрәтеп, ҡыҫылып йәшәнегеҙ. Буталсыҡ тормоштоң сәбәбе берәүгә лә аңлашылмай ине…
Бергә йәшәгәндә, фермаға эшкә лә сығып ҡарағайны Рәсимә, тик унда оҙаҡ йөрөй алманы, хеҙмәткә күнекмәгәйне. Ҡатын хатта балаларының кейемен дә йыуырға иренде. Иң ахыры, район үҙәгендәге баҙарға, ниндәйҙер эшҡыуарға һатыусы булып урынлашты. Тағы ла кәйеф-сафа ҡороу, юғалыу йышайҙы, өйҙәгеләрҙе бар тип тә белмәне. Ҡасып-боҫоп ниндәйҙер такси йөрөтөүсе менән осрашҡанын белгәндән һуң ғына өмөтөн өҙҙө ире.
“Иректең ҡатыны район үҙәгендә шыр иҫерек килеш ҡулдан-ҡулға йөрөүгә күскән”, – тигән хәбәр ауылда йәшен тиҙлеге менән таралды. Әлеге оятһыҙлыҡ, хурлыҡ теләһә ниндәй ирҙе лә аяҡтан йыға шул. Тик ике сабыйҙың ғына бында бер ғәйебе лә юҡ. Атай менән әсәйҙе һайлап алып булмай. Икеһе лә шундай матур, зәп-зәңгәр күҙле балалар инде әсәйҙәрен хәтерләмәй. Бәләкәй генә шатлыҡтары, әҙ генә ауыртҡан ерҙәре булһа ла “өләсәй!” тип йүгереп киләләр. Баҡсалағы тәрбиәселәре лә әсәйҙәр көнөнә өләсәйгә бағышланған шиғыр биреп ҡайтарған.
“Өләсәй бәрәмәс бесерә
Күп итеп, тәмле итеп”, –
өс йәшлек Рәмилә атаһы артынан ҡабатлай. “Эйе шул, ҡыҙым, әсәйең бешермәй беҙгә бәрәмәстәрҙе…” – тип көрһөнөп ҡуя Ирек. Рәсимәне әллә нисә тапҡыр эҙләп алып ҡайтты ул, башҡа сығып та ҡаранылар, тик килеп сыҡманы. Ниңә, ни өсөн? Һорауҙарға яуап табылманы.
Тормош аҡ һыҙаттарҙан ғына тормай шул: берәүҙәр ҡауыша, ҡушыла, икенселәрҙең – ҡанаттары ҡайырыла…
“Әсәй, һин үпкәләмә, миңә бик ауыр. Һеҙҙе башҡа борсомам, был хат һуңғыһы булыр. Балаларҙы һаҡлағыҙ…”
Һаҡламаймы һуң? Ейәне менән ейәнсәрен күҙ ҡараһылай һаҡлай Фәниә. Ауырыһалар, төндәр буйы яндарынан китмәй. Тик уларҙың үҫеп еткәнен генә күрә алһа ине. Үҙенең биш балаһы өҫтөнә был сабыйҙарҙы ла етем итмәгән әсәне фәрештәләр һаҡлап, ярҙамынан ғына ташламаһын.
(Исемдәр үҙгәртелде).Лира ГӘРӘЕВА.