Сирҙең барыһы ла берҙәй ауыр26.07.2012
Һәр дәүерҙә халыҡ һаулығын ҡайғыртыу йәмғиәттең иғтибар үҙәгендә торған, сөнки сәләмәтлек айырым кешенең генә түгел, ә милләттең, хатта дәүләттең иң ҙур байлығы. Һаулыҡ һаҡлау ХХI быуатта ла иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Оҙаҡ йылдар Учалы психоневрология диспансерының баш табибы вазифаһын башҡарған, әле участка табибы булып эшләгән Рәсих ЯМАЛОВ менән әңгәмәбеҙҙә ошо өлкәгә ҡағылышлы ҡайһы бер проблемаларҙа туҡталдыҡ.

— Рәсих Нәсим улы, һүҙҙе психик һәм неврологик сирҙәрҙе дауалау үҙенсәлегенән башлайыҡ әле...
— Үҙегеҙ үк беләһегеҙ, ҡайһы бер сирҙәрҙе асыҡлау өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителмәй, ҡатмарлы тикшеренеүҙәр ҙә ҡулланылмай, сөнки билдәләре ҡарар күҙгә күренеп тора. Шуға ла теге йәки был сирҙән яфаланған пациенттар дауалау учреждениеһына мөрәжәғәт иткәндә тартыныу кисермәй. Ә бына нервыға бәйле йәки психик ауырыуҙарға килгәндә, хәл башҡасараҡ. Ундайҙар психикаһы ҡаҡшауын йәшереүсән. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә ошондай сиргә тарығандарға кәмһетеүле ҡараш йәшәп килә. Йәнәһе, улар аҡылынан яҙған, диуана бәндәләр һәм башҡалар. Йыш ҡына шул сәбәпле психикаһы һәм нервы системаһы ҡаҡшаған сирлеләрҙе дауалауҙа һәм иҫкәртеүҙә ҡыйынлыҡ тыуа.
— Был мәсьәлә алдынғы илдәрҙә нисегерәк хәл ителә һуң?
— Билдәле булыуынса, уларҙа, айырыуса Көнбайыш Европала, психик сирҙәргә ҡараш башҡа ауырыуҙарға ҡарата булғанынан әллә ни айырылмай. Сирҙең барыһы ла берҙәй насар һәм ауыр. Шуныһын айырып әйтке килә: сит илдәрҙә психик сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса ҙур эш алып барыла. Мәҫәлән, ғаилә психологына мөрәжәғәт итеү ҙә унда — ғәҙәти күренеш. Әлбиттә, был йәшәү кимәленең юғары булыуына бәйле.
— Психик сирҙәрҙең илдәге хәл-ваҡиғалар йәки йәшәйештәге үҙгәрештәр менән бәйләнеше бармы?
— Психик һәм неврологик сирҙәрҙең күбеһе нәҫелдән килә. Мәҫәлән, шизофрения, эпилепсия. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта психик ауырыуҙарҙың артыуы күҙәтелә. Быға илдәге социаль-иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ, шул арҡала киң таралған эскелек, наркомания һәм эшһеҙлек тә ҙур йоғонто яһай. Илдәге үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында кисерелгән стрестар ҙа булышлыҡ итә. Психик сирҙәрҙе икенсе төрлө "йән ауырыуы" тип тә йөрөтәләр. Ауырыуҙың көсәйеүе йәмғиәт ағзаларының күңел торошона туранан-тура бәйле.
— Дауахананың табиптар менән тәьмин ителеше, матди-техник нигеҙе ҡәнәғәтләнерлекме?
— Диспансер табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә ҡытлыҡ кисермәй. Әле өс психиатр, балалар табибы һәм нарколог ҡабул итә. Уларға теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҙа яҡшы. Мин эш башлаған йылдарҙа тубдиспансер урынлашҡан был бина ярым емерек хәлдә ине. Баш табип булараҡ, унда капиталь ремонт яһауға, ҡаҙанлыҡ төҙөүгә, диспансерҙың тирә-яғын төҙөкләндереүгә ҙур көс һалырға тура килде.
— Йыш ҡына табиптар династияһы менән осрашырға тура килә. Һеҙҙең нисек, һөнәрегеҙҙе үҙ иткән һәм уны һайлаған яҡындарығыҙ бармы?
— Ул яҡтан ҡыуаныс кисерә алам, өлгө була алдым, тип иҫәпләйем. Ғаиләлә һигеҙ бала үҫтек. Мин — иң өлкәне. Табип һөнәрен Буранбай ҡустым да һайланы. Әле ул — "Асы" шифаханаһында баш табип. Ҡыҙым Альбина Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһында невропатолог булып эшләй, хирургия буйынса ординатура үтә. Юлай ҡустымдың ҡыҙы Айһылыу — педиатр. Айбулат ҡустымдың ҡыҙы Әминә әле Белорет медицина колледжында уҡый.
— Табиптар, ғәҙәттә, сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса өлгө күрһәтеүсән. Ә һеҙ спорттың ниндәй төрөн яҡын күрәһегеҙ?
— Йәшерәк саҡта самбо менән мауыҡтым, әле саңғыла йөрөргә яратам. Психик һәм нервыға бәйле сирҙәрҙән арыныу һәм уларға тарымау өсөн спорттың һәр төрө — һәйбәт ярҙамсы. Гәзит уҡыусыларға тән сәләмәтлеге менән йән тыныслығы ла теләйем.
Әңгәмәне Мәүлит
ЯМАЛЕТДИН ойошторҙо.
Учалы районы.


Вернуться назад