Бала саҡты һуғыш “йотто”26.07.2012
“Аслыҡ шул хәтлем үҙәгемә үткән: бөгөн, етмеш йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, һаман онота алмайым. “Бала саҡ” тиһәләр, бер семтем икмәккә тилмереп ултырған йылдар иҫкә төшә лә тора. Гонаһ булһа ла әйтәйем: ҡайһы берҙә фронтта пуля һыҙғырыуы, снаряд шартлауы аҫтында окопта өшөп ятҡан атайҙарға, бәлки, беҙгә ҡарағанда еңелерәк тә булғандыр әле, тип уйлап ҡуям... Аслыҡтан ҡыйын нәмә юҡ. Ашағыһы килгән кеше бүтән бер нәмә тураһында ла уйлай алмай”, — ти Аҡъяр ауылында йәшәгән Факил Саҙрый улы Хәкимов.
Ул — әсәйемдең бер туған ҡустыһы. 1930 йылғы. Бөтә ғүмерен республикабыҙҙың ауыл хужалығын үҫтереүгә арнаған, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә эйә.

— Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда беҙ Матрай районының үҙәге Юлдыбайҙа (хәҙерге Йылайыр районы) йәшәй инек. Атайым Саҙрый Әбделхәйер улы Хәкимов тәүҙә яңы ойошторолған урта мәктәптең директоры, аҙаҡ партия район комитетында инструктор, партия кабинеты мөдире булып эшләне. Шул йылда ҙур ҡыйынлыҡ менән күптән төҙөй башлаған өйөбөҙҙө бөтөрөп сыҡтыҡ. Бураһын ун ике саҡрымда ятҡан Крепостной Йылайырҙан һатып алғайныҡ. Бүрәнәләрен Юлдыбайға үгеҙ егелгән арбаларға тейәп ташыныҡ. Бығаса партия ҡайҙа ҡушһа, шунда күсеп, кешегә өйҙәш булып йәшәп йөрөгән ҡырҡ йәшлек атайымдың үҙ ҡулы менән төҙөп ингән тәүге өйө ине был. Шуға беҙ бик шатландыҡ, ләкин ҡарағай еҫе аңҡып торған яңы йортта оҙаҡ йәшәргә яҙманы. 1942 йылдың башында атайымды “Һарыкүл” МТС-ына замполит итеп күсерҙеләр. Оҙаҡламай ул беҙҙе лә Һарыкүлгә күсереп алды. Әсәйем ҡаршы булыңҡырап ҡарағайны ла — тыңламаны. Алда ниндәй яҙмыш көткәнен үҙе лә белмәгәндер инде. Белһә, береһенән-береһе бәләкәй биш балаһын өр-яңы йортонан, өйрәнгән еренән айырып, йәшәү өсөн бер ниндәй шарттар булмаған бер ят ауылға килтермәҫ ине.
“Һарыкүл” МТС-ы беҙ күсенгәндә биш-алты бүлмәле бер барак, оҫтахана, дүрт землянка һәм бәләкәй генә ағас өйҙән ғибәрәт ине. Барактың бер бүлмәһендә МТС контораһы урынлашҡан, ҡалғандарында эшселәр көн күрә. Әсәйем менән беҙ шул бүлмәләрҙең береһенә инеп урынлаштыҡ. Ынйы апайыма — 13, миңә — 11, Лена һеңлемә — 6, Риф ҡустыма 2 генә йәш, Сәүиәгә — 1 ай. Бәләкәй генә ат һарайы янындағы землянкала — йылҡы ҡараусы Нурғәлин, нефть базаһы эргәһендәгендә — уның мөдире Аслаев, ағас өйҙә моторист, токарь Анатолий Раззоренов йәшәне. МТС-та бүтән бер нәмә лә юҡ. Магазин, мунса, медпункт, мәктәп кеүек кеше өсөн иң кәрәкле объекттар — Әлебай ауылында. Унда барыу өсөн Таналыҡ йылғаһын кисергә кәрәк. Етмәһә, мәктәптә урыҫ телендә уҡыталар. Алтынсыла белем алған Ынйы апайым менән бишенселә уҡыған миңә юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән, ҡышҡыһын көрт ярып, яҙын-көҙөн батҡаҡ кисеп, өс саҡрымда ятҡан Үрге Смаҡҡа йөрөргә тура килде. Берҙән-бер ете йыллыҡ мәктәп булғанлыҡтан, ошо тирәлә урынлашҡан бөтә башҡорт ауылдары балалары тип әйтерлек ошо мәктәптә белем алды. Рафиҡ ауылынан буласаҡ Социалистик Хеҙмәт Геройы Абдулла Фәйзуллин, Түбәнге Смаҡтан данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтың ҡыҙы Рафиға беҙҙең менән уҡыны. Уҡытыусыларыбыҙ Шәриповтар ғаиләһе ине. Ғәле ағай Шәрипов урыҫ һәм башҡорт телдәренән дәрес бирҙе, директор ҙа булды. Ҡатыны Сәймә апай арифметика, алгебра, геометрия фәндәренән, килендәре Һандуғас тарих, география, тәбиғәттән уҡытты. Улар мәктәп эргәһендәге бәләкәй генә бер өйҙә йәшәне. Шул уҡ йорт мәктәп дирекцияһы булып та хеҙмәт итте.
Һарыкүлгә беҙ 1942 йылдың 8-9 апрелдәрендә күсеп килдек. 11 апрелгә ҡараған төндә Таналыҡ ташып китте.
Ялан яғында йәшәгән кеше яҡшы белә: далала ҡар дәррәү ирей, йылғалар ҡапыл, күҙ асып йомғансы таша. Бер нисә сәғәт, хатта бер нисә минут эсендә йәйгеһен тауыҡ кисеп сығырлыҡ шишмәләр шаулап ятҡан диңгеҙгә әүерелә. Ярҙан ярайһы ғына өҫтә урынлашҡан беҙҙең барак та ташҡын эсендә ҡалды. Бүлмәгә һыу инә башлағас, атайым менән әсәйем тубыҡтан һыуыҡ һыу кисеп, ултырғыс, һандыҡ, өҫтәлдәр өҫтөнә таҡта йәйеп, урындыҡ кеүек нәмә әтмәләне. Төндө шунда ултырып үткәрҙек.
Көнбайышта ҡанлы һуғыш дауам итә. Ыңғай ынтылыш һиҙелһә лә, дошман бик көслө әле. Һуғыш яңынан-яңы көс талап итә. 1943 йылда атайымды ла һуғышҡа алдылар. Шулай итеп, беҙ ят ерҙә, емерек баракта, туғандарһыҙ, таныш-тоношһоҙ торҙоҡ та ҡалдыҡ.
Ынйы апайым 1943 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, 15 йәше тулыр-тулмаҫтан, Рафиҡ ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланы. Көн һайын ике саҡрым ергә йөрөп уҡытты. Бер йылдан һуң мин дә етенсене маҡтау грамотаһы менән тамамлап, Һарыкүл МТС-ында слесарь-инструментсы булып эш башланым. Ул ваҡытта МТС штатында төп эшселәр биш-алты ғына бөртөк ине. Тәүҙәрәк ни ҡушһалар, шуны үтәнем. Күберәк тимерсе Шәрифулла ағайға ярҙамға ебәрәләр ине: күректән һауа өрҙөрҙөм, сүкешсе булдым. Аслыҡты ғына түгел, тормош һынауҙарын да башлап ошонда татыным.
Һуғыш осоронда тракторсы, механизатор булып йәш кенә ҡыҙҙар, тол ҡатындар эшләне. Һынған, емерелгән барлыҡ деталде үҙ ҡулыбыҙ менән “ямаған” булабыҙ. Ни эшләптер, тракторҙарҙың подшипниктары түҙмәй торғайны. Һәр көнөбөҙ тип әйтерлек ирегән подшипниктарға бабит ҡойоуҙан башлана. Тимерсе шариктар ҡойоп бирә лә ҡырырға миңә тапшыра. Тын алырға ваҡыт юҡ. Техника эшһеҙ торорға тейеш түгел. Һуғыш осоронда уның өсөн төрмәгә лә ултырталар ине. Бер көн эшләп торғанда ҡырғысым һынды. Уны рәтләп алғансы, подшипниктар йыйылып китте. Тап шул ваҡыт оҫтаханаға МТС директоры килеп инде. Мин эш урынымда, өҫтөнә подшипниктар өйөлгән верстак алдында әйләндереп һалынған йәшник өҫтөнә баҫып, подшипниктар ҡырып тора инем. Бәләкәй булғас, станокка буйым етмәй. Директор йүгереп килеп, һүгенеп тороп, яңаҡҡа һалмаһынмы! Мин йәшнигем менән бергә осоп барып төштөм. Күҙгә осҡондар күренде. Илап ҡайтып киттем.
Аҙаҡ ишетеүемсә, унан туҡмалған кеше бер мин генә булмағанмын икән. Ҡатын-ҡыҙ механизаторҙар ҙа директорҙың йоҙроҡ көсөн күп татыған. Яҡлар кешеләре булмағас, ҡалайтһындар — түҙгәндәр инде. Ҡаршы әйтеп булмай: көслөнөкө — замана...
Бер ваҡыт, һуғыш тамамланыуға барғанда, бер урыҫ балаһына ҡул күтәргән бит теге. Был халыҡ беҙҙең ише йыуаш түгел, ауыҙ йомоп ҡарап тормай. Туғандары судҡа биреп, һуғыш суҡмарын ун йылға ултыртҡан.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, яҙмыш мине баяғы директор менән тағы бер тапҡыр осраштырҙы. 1945 йылдың йәйендә атайым фронттан ялға ҡайтҡайны. Беҙ, Юлдыбайға күсеп, үҙебеҙҙең йортта йәшәп ята инек. Бер ваҡыт атайым өйгә мине туҡмаған әҙәмде эйәртеп ҡайтты. Был ваҡытта ул милицияның Юлдыбай бүлексәһендә һаҡ аҫтында ултырған. Атайым, элек бергә эшләгәс, офицер булараҡ, уны порукаға алып, ваҡытлыса сығарттырған. Түҙмәнем, ҡәҙерле кешемә үҙем менән булған хәлде һөйләп бирҙем, күҙ йәштәрем менән уға ярҙам итмәүен һораным. “Ул үҙ гонаһтары өсөн язаһын алған инде”, — тип мине тынысландырҙы атайым.
Бер ваҡыт, 1944 йылдың һыуыҡ ҡышында, Вәлит ауылы янында тибендә йөрөгән завод аттарының (йылҡы үрсеткән хужалыҡтарҙы ат заводы тип йөрөттөләр) ауырып үлгәнен ишетеп, әсәйем, Ынйы апайым менән бергәләп “һунарға” сыҡтыҡ. Көндөҙ аттарҙың ҡайҙа йөрөгәнен, үләкһәләрҙең ҡайҙа ятҡанын билдәләп ҡуябыҙ ҙа, кисен балта менән сапҡылап, төнөн бәләкәй сана менән һөйрәп алып ҡайтабыҙ. Итлерәк урынын ҡырҡып алырға тырышҡан булабыҙ, ләкин мул өлөш һирәк эләгә — беҙҙән алда бүреләр өлгөрә. Хәл юҡ, туң иткә балта үтмәй. Кеше күреп ҡалмаһа ярар ине, тип шөрләйһең. Икенсенән, ауырып үлгән малдың итен ашарға ярамай, тип тыйыуҙары ла бер аҙ хәүефләндерә. Ә иң ҡурҡынысы — бүреләр... Улар өйөрө менән йөрөй торғайны. Йән табанға төшөп, ҡурҡыштан ҡалтырап ҡайтып инә инек.
Сирләп үлгән йылҡы итен ашап та нисек иҫән ҡалғанбыҙҙыр, был хәлгә әле лә аптырайым. Бәлки, оҙаҡ, бик оҙаҡ ҡайнатып ашағанға ғыналыр.
Һуғыш осоронда ни генә ашаманыҡ! Яҙ сыҡҡан бер үләнде ҡуйманыҡ. Күбебеҙ ҡыр йыуаһы, әтмәкәй, һарына, ҡуҙғалаҡ, кесерткән ашап үлмәй ҡалды. Өй янында ла әҙерәк йәшелсә төрткөләгән була торғайныҡ. Малайҙар йомран тотто, ҡарға ауланы, ҡырағай ҡош йомортҡаларын йыйҙы.
МТС-тан ике саҡрым алыҫлыҡтағы Рафиҡ ауылы янында бейек булып үҫкән ҡайын урманы бар ине. Һөләш тип йөрөттөләр. Шул ҡайынлыҡта ҡарғалар оя ҡорорға яратты. Күптәр хатта урманды “ҡарға ояһы” тип атаны. Бер заман шул ҡарғаларҙың ояһын “таҙартырға” оҫтарып алдым. Ҡайынға үрмәләп менәм дә һәр оянан бер нисә йомортҡаны кеҫәмә һалып алып төшәм. Һуңыраҡ себештәрен дә сәлдергеләнем. Өҫтән ҡарғалар ғауға күтәреп һөжүм итә, аҫтан Рафиҡ малайҙары ҡарауыллап тороп таш менән бәрә, рогатканан ата. Күҙҙәрем күгәреп, туҡмалғандан һуң арт яғыма ултыра алмай ыҙаланған саҡтарым аҙ булманы. Аслыҡты бер нисек тә еңеп булмай шул, түҙәһең...
Шулай ҙа беҙҙе үлемдән һаҡлап алып ҡалған төп аҙығыбыҙ һөт булды. Атайым фронттан яҙған һәр хатында тип әйтерлек: “Ни тиклем ауыр булһа ла, һыйырығыҙҙы һаҡлағыҙ”, — тип яҙҙы. Беҙ малҡайыбыҙға табынып йәшәнек.
1944 йылдың яҙы бик ауыр килде. Бесән бөттө. Ат ҡараусы Нурғәлин ағайҙан сана менән ҡамыт-дуға һорап алып, яңыраҡ ҡына быҙаулаған һыйырыбыҙҙы ектек тә әсәйем менән Һарыкүлдән ете-һигеҙ саҡрымда ятҡан Әбделнасирға бесән эҙләп киттек. Ауылда әҙәм хәленә инә белгән бик яҡшы кешеләргә тап булдыҡ. Кемдәр булғандыр, улар үҙебеҙҙе лә, һыйырыбыҙҙы ла ашатып, фронтта йөрөгән атайымдың кейем-һалымына алмашҡа йәм-йәшел бер центнер бесән тейәп ебәрҙе. Юл насар булғас, яҡтыла ҡайтып етә алманыҡ, эңер төштө. Ярты юлда һыйырыбыҙ арыны. Артынан этеп тә ҡарайбыҙ, ятты ла ҡуйҙы. Бесәнгә әйләнеп тә ҡарамай. Эй, үкһеп-үкһеп илағы килә. Аптырағас, үҙебеҙ ҙә һыйырға һыйынып ултырҙыҡ. Бүреләрҙән ҡурҡабыҙ. Өйөрө менән килеп ябырылһа, һыйырҙы ла, үҙеңде лә харап итерҙәр. Ярай әле, бесән хужалары шырпы менән саҡма биреп ебәргән. Ут яғып ултырҙыҡ. Туң ерҙә ятып өшәнгән һыйырыбыҙ ҙа торҙо. Таң атыуға шатлана-шатлана Һарыкүлгә ҡайтып йығылдыҡ.
Һауған һөттөң әҙерәген әсәйем сәйгә ҡалдыра, ҡалғанынан ҡатыҡ ойота. Ҡатыҡты, йәшебеҙгә ҡарамай тип-тигеҙ итеп бүлә. Бишебеҙҙе лә, ҡулыбыҙға тәрилкә менән ҡалаҡ тоттороп, урындыҡҡа теҙеп ултырта ла, түңәрәк буйлап ҡалаҡлап һала башлай. Алтыбыҙға 6-8-әр ҡалаҡ ҡатыҡ эләгә. Хәҙер уйлап ҡарайым да илар сиккә етәм: шул ҡатыҡ өләшкән ағас ҡалаҡты ла әсәйем сиратлап ялатҡан була торғайны. Әсәй, үҙең яла, тип әйтергә беребеҙҙең башына етмәгән.
1945 йыл беҙгә көтөп алған Еңеү таңын бүләк итте. Ирҙәр берәмләп һуғыштан ҡайта башланы. 1946 йылдың йәйе аҙағында атайым да ҡайтып төштө. Яралары булһа ла, иҫән. Шулай ҙа ауылда тормош тиҙ генә рәтләнеп китмәне. 1949 йылдың аҙағына тиклем туйғансы икмәк ашап булманы. Ошо йылдың октябрь башында Еңеү шатлығын да татып өлгөрмәгән әсәйем 39 ғына йәшендә мәрхүмә булып ҡалды. Шулай итеп, беҙҙең өсөн бала саҡ бөттө. Хәйер, булдымы икән беҙҙең бала саҡ?! Юҡтыр. Беҙ — ошо алтын осор аша һикереп үткән быуын. Һуғыш балалары. Беҙҙең бала саҡты һуғыш “йотто”.
Фәрит ӘХМӘРОВ яҙып алды.
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад