Мөһим йола дауам итһен26.07.2012
“Балалар һәм йәштәр — терроризмға ҡаршы” тип аталған Бөтә донъя хәйриә фондының Рәсәй филиалы тураһында белмәгәндәр ҙә барҙыр әле. Ошо ойошманың республикабыҙҙағы етәксеһе Булат Мырҙабулатов әйтеүенсә, атай-әсәй ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса беҙҙә лә матур саралар үткәрелә, хоҡуҡи һәм матди ярҙам күрһәтелә.

Хәйриә фонды республикабыҙҙағы 126 ғаиләнең сабыйын ҡанат аҫтына алған. Именлек һағында хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың балалары улар. Ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ осрашыуҙар, әңгәмәләр, спорт байрамдары үткәреү матур йолаға әүерелгән.
Яңыраҡ фонд ағзалары, Баймаҡ районының Темәс ауылында булып, уҡыусылар өсөн күркәм байрам ойошторҙо. Заман афәтенә әүерелгән терроризм, экстремизм күренештәре, уларҙан һаҡланыу саралары, төрлө милләт вәкилдәренә хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләү тураһында йәнле, фәһемле әңгәмәләрҙән үҫмерҙәр ҙә, өлкәндәр ҙә ҡәнәғәт ҡалды.
Матур, ҡояшлы көндә мәктәп эргәһе һәм “Һаҡмар” стадионы балалар тауышынан гөрләп торҙо. Мәргәнлектә, етеҙлектә, сослоҡта үҙҙәрен һынап ҡарағандар күп булды. Хәйриә фонды ағзалары килтергән матур бүләк һәм тәмлекәстәр балаларҙың кәйефен тағы ла күтәрҙе.
Л. ИСМӘҒИЛЕВА.
Баймаҡ районы,
Темәс ауылы.


Вернуться назад