Хеҙмәттә тыуған бәхет26.07.2012
Хеҙмәттә тыуған бәхетГеройымдың ата-әсәһе Орҡоя менән Әйүп Ғәббәсовтарға йәш саҡта белем алырға тура килмәй. Ҡул араһына инеү менән Әйүп Хызыр улы Инйәр урман эшкәртеү предприятиеһында ағас ҡырҡа, күмер яндырыу өсөн ат менән бүрәнә ташый. Ул йылдарҙа Белорет металлургия комбинаты ағас күмере менән эшләй ине.

1941 йылдың 22 июнь таңында фашистар илебеҙҙе баҫып ингәс, Әйүп Ғәббәсов фронтҡа китә. Ул Тыуған иле өсөн үҙен аямайса һуғыша. Дошманға ҡаршы ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
Ауылда уның ҡатыны Орҡоя менән өс йәшлек улы Мәсәғүт ҡала. Яңғыҙ әсәгә улын аяҡҡа баҫтырыуы еңелдән булмай. Мәсәғүт ауылдағы башланғыс мәктәпте, тырышып уҡып, яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, малай Инйәр урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. Ләкин, әсәһенең һаулығы ҡаҡшағас, уҡыуын ташлап, уға ярҙамлашырға ҡайта. Үҫә төшкәс, атаһы кеүек урман эшкәртеү эшенә урынлаша. Башта өйрәнсек булһа, артабан урман ҡырҡа, ат менән ағасты күмер яндырыу мейесе янына ташый. Һал ағыҙыуҙа ла ҡатнаша.
Йылдар үтә тора. Урман эшкәртеү өсөн электр һәм бензин бысҡылары алынғас, уларҙы Мәсәғүт беренселәрҙән булып үҙләштерә. Ағас ташыу эшендә атты береһенән-береһе ҡеүәтлерәк тракторҙар һәм автомашиналар алмаштыра. Мәсәғүт Әйүп улы махсус курстарҙа уҡып, тракторсы һөнәрен дә ала. Егеттең тырышлығын етәкселәр күрә, уны шоферҙар курсына ебәрәләр. Бында ла ул һынатмай, курсты уңышлы тамамлап, Инйәр урман эшкәртеү предприятиеһында шофер булып эш башлай.
Шоферҙар хеҙмәте ауыр ҙа, хәүефле лә: күп ваҡыт 10–15-әр сәғәт рулдә ултырырға тура килә. Әммә Хызыров үҙ эшен намыҫ менән башҡара.
Алдынғы эшсене партия сафына алалар. КПСС ағзаһы, хеҙмәт алдынғыһы Мәсәғүт Әйүп улы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә йыл район һәм өлкә комитеттарының да ағзаһы була ул. Инйәр ҡасаба Советы депутаты булараҡ та үҙенә тапшырылған бурысты намыҫ менән үтәй.
Бөгөн Мәсәғүт Хызыров — хеҙмәт ветераны. Файҙалы кәңәштәре менән урмансыларға ярҙам итеп тора ул. Тормош иптәше Нәфисә Мөхөтдин ҡыҙы менән ике ҡыҙ, дүрт ул тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Бөтә балаларына ла белем алырға ярҙамлаштылар. Оло ҡыҙҙары Рәфиә — табип, Рәшиҙә — уҡытыусы, оло улдары Мәхмүт — атаһы кеүек механизатор, Әхмәт — мал табибы, Азамат – офицер, ә иң кесеһе Самат — юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторы. Бөтәһе лә үҙ ғаиләләре менән йәшәй, мөмкин булғанда ата-әсәһе янына ҡайтып торалар. Бына ошондай күркәм ғаилә донъя көтә Манышты ауылында.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы.


Вернуться назад