Бер йылы һүҙ етә кешегә26.07.2012
Бер йылы һүҙ етә кешегәХәтер һандығына асҡыс яратып, күңелемә иң яҡын кешеләрҙе күҙ алдынан үткәргәндә, мөләйем йөҙлө, йөрәгендә һәр саҡ изгелек йөрөткән, ярҙамсыл, иҫ киткес ябай замандашым, коллегам Наилә Ғәтиәтуллинала туҡталам. Ижад юлыбыҙ бынан байтаҡ йыл элек “Кызыл таң” гәзите редакцияһында йәшен тиҙлегендә киҫешкән дә шаҡтай алыҫ йылдарға айырылған икән. Уның хозур тәбиғәтле, илгә танылған ҡаһарман Ғәҙи Заһитовты, донъяны шаулатҡан спортсыларҙы, республикабыҙға билдәле сәнғәт һәм ҡәләм оҫталарын биргән бәрәкәтле Мишкә районынан икәнлеген, мәктәп йылдарында уҡ мәҡәләләр яҙғанын ишетеп белә инем...

Йылдар ағышы беҙҙе йырлы-моңло шишмәләргә бай, гүзәл Йәрмәкәй яҡтарында күрештерҙе. Наилә Мәғдән ҡыҙының был ергә килен булып төшөүенә, район гәзите редакцияһында тәржемәсе, хаттар бүлеге мөдире булып эшләгәненә лә 35 йыллап ваҡыт үткән икән.
Ошо ғүмер эсендә бер коллективта ижад диңгеҙендә ҡолас ташлап йөҙөргә лә, кәрәк саҡта һүҙ ынйыларын эҙләп, уның төбөнә төшөргә лә тура килгәндер. Ә инде һүрәтләмәләр, очерктар яҙған ҡәләм эйәһенә илһам, ижад ҡомары, ғәҙәттә, төндәрен килә.
Наилә Мәғдән ҡыҙын ғүмер буйы оҙата килде илһамлы ижад. Үткер ҡәләме осонан күпме герой яҙмышы үтте! Һәр береһенең тормошон, уҙған юлын күҙ алдына килтерер өсөн күпме уйланырға, уларҙың ғүмере менән йәшәргә кәрәк булды. Төрлө өлкәлә эшләгән шәхестәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып, әңгәмә ҡорғандан һуң ижад ғазаптары кисереү ҙә журналист өсөн ят күренеш түгел. Геройыңдың күңеленә асҡыс табырға, уның менән шатлана ла, ҡайғыра ла белергә тейешһең. Уйҙар береккәндә яҙған мәҡәләң генә уҡыусының күңеленә барып етерлек була.
Яҙмыш тарафынан рәнйетелгәндәрҙең аяныслы хәлен үҙенең йөрәге аша үткәреп, хатта ҡаты бәғерле кешеләрҙең дә күңелен иретерлек очерк һәм һүрәтләмәләрҙе аҙ яҙманы ҡәләмдәшем. Теге йәки был гәзит материалын фәһемле, күңелгә үтеп инерлек итеп яҙыр өсөн тормошто яҡшы белергә, байтаҡ һүҙ запасына эйә булырға, ҡиммәтле ынйыларҙы ҡуллана белергә лә тейешһең. Наилә Мәғдән ҡыҙының үҙ стиле, почеркы, тормошҡа ҡарашы бар. Ҡәләмдәшем геройы менән ихлас әңгәмә ҡора белә, хәтер һандығының иң төпкөлөнән кәрәкле сюжетты “ҡармаҡҡа эләктереү” һәләтенә эйә. Матбуғат ветераны журналистиканың теләгән бер жанрында оҫталыҡ дәрестәре бирә алды, шуға ла йәш хәбәрселәр уға йыш ҡына кәңәш, ярҙам һорап килде. Ҡәләмдәшем, юҡ ваҡытын бар итеп, ҙур теләк менән ярҙамға ашыҡты.
Ғүмеренең һағынып һөйләрлек, шатлыҡ-хәсрәт тулы минуттары туған коллективында яралғандыр, моғайын. Дуҫлыҡҡа ла, берҙәмлеккә лә тап ошонда нигеҙ һалына бит. Ҡәләмдәше Регина Ғатауллина юҡҡа ғына ошо һүҙҙәрҙе яҙмағандыр: “...Наилә апай — дуҫлыҡҡа тап төшөрмәй, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәй торған, сабыр ҡатын. Балаға бөтә күңел йылыһын, наҙын һалған, ҙур йөрәкле, нәфис зат. Йомшаҡ һүҙле әсәләрҙән...”
Әйткәндәй, Наилә Мәғдән ҡыҙының тормош иптәше Вәсил Сәләх улы ла баҫалҡы, итәғәтле шәхес, оҙаҡ йылдар яуаплы вазифаларҙа эшләне, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ғәтиәтуллиндар игеҙәк улдары Азат менән Иректе һәм ҡыҙҙары Гөлшатты тәрбиәләп үҫтерҙе. Инде ейәндәре һөйөндөрөп үҫеп килә. Ирекһеҙҙән Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Мәҡсүд Шәрәфлисламовтың һүҙҙәре иҫкә төшә: “...Инде егерме йылдан ашыу редакцияла эшләһәм дә, һаман да Наилә Ғәтиәтуллинаға оҡшатып яҙырға тырышыуымды һиҙәм. Редакцияға килгән йәш журналистар ҙа һөнәр нескәлектәренә унан өйрәнеүҙе хуп күрә.
Тыумыштан һәләтле, тормошто тәрәнтен күрә, аңлай белгән, һөнәренә бар күңеле менән бирелгән, ижади рухлы кешеләр генә был өлкәлә үҙ һүҙен әйтә һәм күренерлек эҙ ҡалдыра ала...”
Һис шикһеҙ, Наилә Мәғдән ҡыҙы район гәзите өсөн ысын мәғәнәһендә ҙур табыш булды. Шуныһы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә: ул башҡортса ла, урыҫса ла, татарса ла материалдарҙы берҙәй оҫта, матур, әҙәби тел менән яҙҙы. Беҙ уның талантына, изге күңелле шәхес булыуына һоҡландыҡ та, ғорурландыҡ та. Әле лә шулай. Хатта ара-тирә көнләшеп тә ҡуйғылайбыҙ. Ҡәләмдәштәренең хөрмәте, йәнде иретерлек рәхмәт һүҙҙәре менән һуғарылған хаттар, шылтыратыуҙар — тәжрибәле журналистың тынғыһыҙ, изге эшенә иң оло баһа.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.


Вернуться назад