Быйылғы йәй беҙҙең ғаилә өсөн айырыуса иҫтәлекле һәм матур, сөнки йәмле миҙгелдә ҡәҙерле ҡатыным, һөйөклө әсәйебеҙ һәм иң яҡшы өләсәйебеҙ, Ишембай районының Этҡол ауылында йәшәүсе Нәсимә Ғайса ҡыҙы ӘЙҮПОВА оло байрамын — 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ Ишембай районының Һайран ауылында ишле ғаиләлә тыуа, белем алғас, ғүмере буйы дәүләт хеҙмәтендә эшләй. Бөгөн дә ул ауыл хакимиәтендә алмаштырғыһыҙ эштәр идарасыһы. Егәрлелеге, булдыҡлылығы, ғәҙеллеге менән хеҙмәттәштәре, ауылдаштары араһында абруй яуланы. Уның хеҙмәте республика кимәлендә юғары дәүләт наградаһы менән дә билдәләнде. Яҡыныбыҙҙың ҡулдары алтын, ул бешергән аштар телде йоторлоҡ була, йортобоҙҙағы бөхтәлек, зауыҡ та — тап уның тырышлығы һөҙөмтәһе.
Әсәй! Һин беҙҙең өсөн мәңгелек нур һибеүсе ҡояш төҫлө: һинең менән йылы ла, рәхәт тә. Байрамың менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Атайыбыҙ менән бергә һаулыҡта, муллыҡта тиң-тигеҙ ғүмер итегеҙ, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең ҡыуаныслы хәбәрҙәрен генә ишетеп, изгелектәрен күреп, бәхетле йәшәгеҙ. Әсәй, һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт, киләсәктә лә тормошобоҙ йәме, тыуған нигеҙебеҙҙең ҡото булып, күңел тыныслығы менән оҙон-оҙаҡ ғүмер кисер. Тыуыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең яҡты, шатлыҡлы булһын!
Иң изге теләктәр менән яратҡан ирең Илдус, ҡыҙҙарың Әлфиә менән Ләйсән, кейәүең Денис һәм ейәндәрең
Иҙел менән Урал.