Ни өсөн ҡайһы бер вазифаларға ихтыяж юҡ? Башҡортостандың хеҙмәт биржаһы ниндәй һөнәрҙәр буйынса яңынан әҙерләү курстары тәҡдим итә? Мәшғүллек хеҙмәте аша һәйбәт түләнгән эш табыу мөмкинме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Ижтимағи электрон гәзит” редакцияһында булған онлайн-конференцияла республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Николай Солодовников яуап бирҙе.
Аралашыу ваҡытында йәмғеһе 34 һорау килде, Николай Солодовников уларҙың һәр ҡайһыһына тулы яуап ҡайтарҙы. Күптәрҙе хеҙмәт биржаһында теркәлеү мәсьәләһе, бының өсөн ниндәй документтар кәрәклеге ҡыҙыҡһындырҙы. Ә йәшерәктәр юғары эш хаҡы түләнгән урын эҙләй.
— Һеҙҙең хеҙмәт йыш ҡына бер кемгә лә кәрәкмәгән вакансиялар тәҡдим итә, ә яҡшыларын туғандар һәм таныштар араһында бүлешеп бөтәләр шикелле. Ни эшләргә? — тип һораны бер егет.
— Закон буйынса һәр эш биреүсе ай һайын вакансиялар тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Әлбиттә, яңы эш урыны тураһында иң тәүҙә кадрҙар хеҙмәте һәм коллегалар белә, беҙгә хәбәр һуңыраҡ килеп етә. Яңыраҡ вакансиялар банкын ҡарап ултырҙым һәм бына бер миҫал: әлеге мәлдә “Ласселсбергер” заводына инженер талап ителә, оклады — 100 мең һум. Тик өс телде белеү мотлаҡ, — тип яуап бирҙе идаралыҡ етәксеһе.
Хеҙмәт ярҙамында тәҡдим ителгән курстарҙы тамамлап, үҙ эшен асыусылар һаны, хеҙмәт дисциплинаһын боҙоу, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға ҡараш, курстарҙың хаҡы менән бәйле һәм башҡа һорауҙар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Билдәле булыуынса, идаралыҡ һөнәр һайлауҙа ярҙам итә, эшһеҙ граждандарға һөнәри әҙерлек, ҡайтанан әҙерлек һәм квалификация күтәреү ойоштора, вакансиялар йәрминкәһе үткәрә.
Ә. ИЛДУСОВА.