Тормош сифаты яҡшырһын өсөн26.07.2012
Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль хеҙмәттәр эшмәкәрлеген автоматлаштырыу өлкәһендә “IBM” корпорацияһы тәҡдим иткән технологиялар менән таныштырыу сараһы үтте. Унда Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Элемтә һәм киң коммуникациялар, Финанс, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе, республикалағы Баш медицина-социаль экспертиза бюроһы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов билдәләүенсә, социаль өлкәлә мәғлүмәтләштереүҙе үҫтереү — дәүләт хеҙмәттәре кимәлен күтәрергә, уларҙың сифатын яҡшыртырға тейешле йүнәлештәрҙең береһе.
— Социаль өлкәлә яңылыҡтарҙы файҙаланыу дәүләт идараһын, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә, — тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары.
Американың “IBM” корпорацияһы вице-президенты Юрген Нойбауэр компанияның Башҡортостандағы социаль хеҙмәттәр өсөн техник ҡарарҙар тәҡдим итергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе. Үҙенең тәҡдимдәрен ул Евросоюз, Төньяҡ Америка илдәрендә, Австралияла, Яңы Зеландияла ошондай уҡ проекттарҙы уңышлы индереү миҫалы менән нигеҙләне.
“IBM” корпорацияһына ингән Curam Software фирмаһының һатыу буйынса директоры Ульрих Кларенбах хеҙмәт мәшғүллеге һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн проект тәҡдим итте.
— Программалаштырыуҙың техник системаһы норматив-хоҡуҡи базалағы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә ала һәм аныҡ кешенең пособиелар, льготалар алыуға, төрлө хеҙмәттәргә эйә булыуға мөмкинлеген билдәләй, — тине ул.
Әйткәндәй, Башҡортостандағы эш менән тәьмин итеү хеҙмәттәре осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың береһе — “Мәғлүмәти профессиональ системалар” компанияһы менән эш тәжрибәһе булғайны инде. 1997–2001 йылдарҙа был компания төбәктәге мәшғүллек хеҙмәтен локаль-иҫәпләү селтәрҙәре, компьютерҙар, принтерҙар, мебель менән тәьмин иткәйне. Уның ярҙамында Швецияның Хеҙмәт баҙары идаралығы вәкилдәре менән эшлекле бәйләнеш булдырылды.
М. МӨХӘМӘТОВА.


Вернуться назад