Туғыҙ кеше ҡотҡарылды26.07.2012
Ишембайҙа ҡотҡарыусылар биш ҡатлы йорттағы ут эсенән туғыҙ кешене алып сыҡты. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был йортта йәшәүселәр төтөн еҫе сыҡҡас янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, өсөнсө ҡаттағы ике бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан була. Утты һүндереү менән бер үк ваҡытта тәртип һаҡсылары йорт хужаларын эвакуациялай.
Янғын һүндереүселәрҙең йылдам эш итеүе һөҙөмтәһендә ут тарала алманы. Фатирҙағы аш бүлмәһе, стеналар һәм йыһаз ғына зыян күргән. Янғын сыҡҡанда хужалар өйҙә булмаған. Әле фажиғәнең сәбәбе асыҡлана.
М. ЗАМАНОВА.