“Мәктәп ябырға мохтажлыҡ юҡ”26.07.2012
“Мәктәп ябырға мохтажлыҡ юҡ”Киләһе уҡыу йылын Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһы яңыртылған бинала ҡаршылаясаҡ.

— Ремонт эштәре өсөн 5 миллион 100 мең һумдан ашыу аҡса бүленде, — ти хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов. — Гимназия ике корпустан тора, былтыр уларҙың ҡыйығы алмаштырылды, яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Әле ике ҡатлыһында медицина кабинетын, спорт залын яңыртып ҡороу бара. Уҡыу бинаһының өсөнсө ҡаты реконструкциялана. Йылылыҡ системаһы тулыһынса яңыртыла.
Эштең ҡыҙыу мәленә тап килдек. Төҙөүселәр барыһы менән дә ҡәнәғәт, хеҙмәт хаҡының тотҡарлыҡһыҙ бирелеүен билдәләйҙәр.
— Гимназия сентябрҙә 600-гә яҡын баланы ҡабул итәсәк, — ти Ғарифулла Шәрифулла улы. — Быйыл районда бер мәктәп тә ябылманы һәм, һөйөнөскә күрә, алдағы йылдарҙа ла быға мохтажлыҡ булмаясаҡ тип ышанабыҙ. Әлбиттә, ошоғаса бер нисә белем усағын филиалға ҡалдырырға тура килде. Һөҙөмтәлә әле 380 уҡыусыбыҙ йыраҡҡа йөрөп уҡырға мәжбүр. Улар өсөн 13 автобус бүленгән.
“Мәктәп ябырға мохтажлыҡ юҡ”Ҡалалағы 3-сө башҡорт гимназияһының һәм лицейҙың интернаттары бар. Тәүгеһендә — 450-гә яҡын, икенсеһендә 200-ҙән ашыу бала белем ала. “Интернаттар ҡулайлаштырыуға дусар ителгән мәктәп уҡыусылары өсөн айырыуса уңайлы, — ти мәғариф идаралығы етәксеһе. — Ни тиһәң дә, дәрестән тыш сараларға, түңәрәктәргә йөрөү өсөн мөмкинлек киңерәк”.
Дәүләкән районы мәктәптәрендә былтыр 12 йәш белгес эш башлаған. Быйыл да педагогтарҙың артырына өмөт бағлайҙар. Бигерәк тә сит телдәр уҡытыусыларына мохтажлыҡ ҙур.
Балалар баҡсалары менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. Бөтә республикалағы кеүек, урын етмәү проблемаһы бында ла киҫкен. Ғарифулла Ҡотлоғәлләмовтың әйтеүенсә, балалар баҡсаһына сиратта 296 сабый тора. Уларҙың барыһы ла — ҡаланыҡы.
— Ҡырҡыу мәсьәләне ниндәйҙер кимәлдә еңеләйтеү маҡсатында урын ала алмаған ғаиләләргә компенсация түләйбеҙ, — ти Ғарифулла Шәрифулла улы. — Аҡсаның күләме ҙур булмаһа ла, бер аҙ ярҙам инде.
Районда әлегә шәхси балалар баҡсаһы юҡ, шулай ҙа ғаилә төркөмдәре байтаҡ — ун тирәһе. Уларҙа 50-нән ашыу сабый иҫәпләнә. Күп бала тәрбиәләгән, уларға өйөндә барлыҡ уңайлыҡ тыуҙырған ата-әсә үҙ йортонда балалар баҡсаһының төркөмөн аса ала. Уларға эш хаҡы түләнә, аҙыҡ-түлек бушлай бирелә. “Филиал”дағы сабыйҙар үҙҙәре беркетелгән балалар баҡсаһындағы сараларға барыу, түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлегенә эйә. Бер ғаилә төркөмөндә тәрбиәсе вазифаһын атай кеше башҡара, тимәк, алым отошло.
Райондың дүрт балалар баҡсаһында ял көнө төркөмө эшләй.
— Сиратты кәметеү йәһәтенән яңы алымдарҙы даими өйрәнәбеҙ. Яҡын киләсәктә шәхси балалар баҡсаһы ла булыр тигән ышаныс бар, — ти Ғарифулла Ҡотлоғәлләмов. Ғөмүмән, уҡыу йылын яңы пландар, маҡсаттар менән ҡаршылай дәүләкәндәр.
Дилбәр ИШМОРАТОВА
Дәүләкән районы.


Вернуться назад