Янғын һөҙөмтәһендә зыян күргән Бүздәк ауылы халҡы өй туйланы. Хәтерегеҙгә төшөрәйек: быйыл 25 мартта ҙур янғын арҡаһында 14 ғаилә йорт-ерһеҙ тороп ҡалғайны. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 2,5 ай эсендә төҙөүселәр Титов урамында яңы йорт һалды.
Ике ҡатлы 18 фатирлыҡ йорттоң заказсы-төҙөүсеһе — Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды, ә генераль подрядсыһы — “КапиталСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Йорт төҙөлөшөн һәр кем онлайн режимында күҙәтеү мөмкинлегенә эйә булды, төҙөүселәр өс сменала эшләне.
“Бүздякские новости” гәзите мөхәррире Данил Туҡтамышев хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә район хакимиәтендә яңы фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы булды. Өс Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына ла өй туйлау бәхете тейҙе.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин, район хакимиәте башлығы Радик Хажиев, Торлаҡ төҙөлөшө фонды етәксеһе Рәүеф Ноғоманов бүздәктәрҙе яңы фатир менән ихлас ҡотланы.
М. МӨХӘМӘТОВА.