Экстремистик мәҡәләләр өсөн хөкөм ителделәр25.07.2012
“Уфа губернская” сайтында экстремистик мәҡәләләр урынлаштырған өсөн баш ҡалабыҙҙан биш кешене суд шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте. Башҡортостан Прокуратураһы вәкиле ошо хаҡта белдерҙе.

Суд билдәләүенсә, Николай Швецов, Сергей Орлов, Игорь Кучумов, Илдар Ғабдрафиҡов һәм Константин Нестеров “Уфа губернская” сайтында экстремизм билдәләре булған мәҡәләләр, дошманлыҡ һәм нәфрәт тыуҙырыуға, кешене милли, тел үҙенсәлектәренә ҡарап кәмһетеүгә йүнәлтелгән комментарийҙар урынлаштырған.
Уларҙы экстремистик берләшмә ойоштороуҙа, асыҡтан-асыҡ тәртипһеҙлеккә, нәфрәткә һәм дошманлашыуға өндәүҙә ғәйепләп, енәйәт эше ҡуҙғатылды.
— Суд ултырышы барышында хөкөмгә тарттырылыусылар ғәйебен таныманы. Ләкин Өфөнөң Ленин район суды ғәйепләүсе яҡтың дәлилдәрен етерлек тип таныны, — тине Прокуратура вәкиле.
Ведомствоның мәғлүмәттәре буйынса, Николай Швецов шартлы рәүештә дүрт йылға, Орлов, Ғабдрафиҡов һәм Кучумов — ике йылға, ә Нестеров бер йылға иркенән мәхрүм ителде. Швецовҡа өс йылға журналист эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү, ике йылға киң мәғлүмәт саралары сығарыу һәм таратыу тыйылды.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад